ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Август 2020, 18:50

1-се кластар тәүге тапҡыр

Быйылғы уҡыу йылын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ: ни булыр, беренсе класҡа барыусылар тәүге тапҡыр мәктәп ишеген үрелеп асырмы әллә монитор аша ғына уҡытыусыларын күрерме? Ваҡыты менән ситтән тороп уҡыу уңайлы күренһә лә, күптәр ҡәҙимгесә мәктәпкә йөрөүҙе хуп күрә. Мин үҙем дә тулҡынланам: өс ейәнсәрем 1 сентябрҙе көтөп ала алмай, кесеһе беренсегә бара – мәктәпкә бармаһа, үҙен уҡыусы итеп тә тоймаясаҡ. Шуға күрә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә уҡыу йылының ғәҙәттәгесә башланасағы тураһында хәбәр итеүен ҡыуанып ҡаршы алдылар.

Республика Башлығы белдереүенсә, бындай ҡарар ҡабул итеүе еңел түгел, сентябрҙең тәүге өс аҙнаһында әле һаман таралған коронавирус инфекцияһы шарттарында ауыр эпидемиология миҙгеле көтөлә. Республика етәксеһе муниципалитеттар башлыҡтарына мөмкин булғандың барыһын да эшләргә ҡушты. Бынан тыш, 1 сентябрҙән әлегә дежур төркөмдәр генә эшләгән балалар баҡсалары ла тулыһынса эш башлай, вуздарҙы һәм студент ятаҡтарын асыу буйынса ла мәсьәлә хәл ителә.
Уҡыу барышын ойоштороу тәртибе лә аныҡланды, төп талап - яңы ҡағиҙәләрҙе күҙәтеү.
- Мәктәптәрҙә кабинет системаһы индерелә. Физкультура, физика, химия, информатика һәм технологиянан башҡа дәрестәрҙең барыһы ла бер класта ғына үткәрелә.
- Тәнәфес һығылмалы, йәғни ирекле, төрлө ваҡытта ойошторола.
- Өлкәндәргә битлекһеҙ йөрөргә ярамай.
- Белем биреү учреждениеһында бөтә ишектәр ҙә асыла, уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн инеү-сығыу урыны айырым булыуы зарур.
- Класс һәм коридорҙы графикка ярашлы елләтеү, уларҙы дезинфекция саралары менән даими эшкәртеү мөһим.
- Балалар күпләп йыйылған урындарҙа – ашхана, спорт залы, коридорҙарҙа - һауа рециркулярҙары ҡуйылырға тейеш.
- Һәр көн бөтә уҡыусыларҙың да дәрескә тиклем, мәктәпкә автобус менән йөрөгән балаларҙыҡы автобусҡа ултырыр алдынан тән температураһын үлсәү мотлаҡ.
- Дәрес оҙонлоғо биш минутҡа ҡыҫҡартыла.
- Социаль дистанция – мотлаҡ талап.
Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, был осраҡта берҙәм талаптарҙы үтәгәндә генә үҙебеҙҙең дә, башҡаларҙың да ғүмерен, һаулығын һаҡлап ҡалырбыҙ.
Читайте нас: