ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Август 2020, 16:20

Төбәк киләсәге - һәләтлеләр һәм белемлеләр ҡулында

Мәғариф системаһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Йыл һайын район бюджетының яртыһынан күберәге белем биреү учреждениеларын заманса төҙөкләндереүгә, яңыса йыһазландырыуға йүнәлтелә. Йәш быуын иң яҡшы шарттарҙа белем алһын өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә ҡулланыла.

Мәғариф системаһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Йыл һайын район бюджетының яртыһынан күберәге белем биреү учреждениеларын заманса төҙөкләндереүгә, яңыса йыһазландырыуға йүнәлтелә. Йәш быуын иң яҡшы шарттарҙа белем алһын өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә ҡулланыла.
Мәктәпкәсә белем биреүҙе ойоштороу - һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Уның ыңғай һөҙөмтәһен өс йәштән өлкәнерәктәр өсөн балалар баҡсаһында сират юҡлығында күрергә лә мөмкин. “Ауылды социаль үҫтереү” федераль программаһы буйынса Тамъян ауылында 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы үҙ ишеген асты. Шулай уҡ Шәкәрселәр ҡасабаһында 7-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы кескәйҙәрҙе ҡабул итте. Былтыр илле йыллыҡ юбилейын билдәләгән Ҡотош ауылы балалар баҡсаһы капиталь ремонттан һуң яңы һулыш алды. Ошо иҫтәлекле дата айҡанлы уны ремонтлауға район бюджетынан аҡса бүленде. Стеналар тигеҙләнде, ишектәр, йылытыу системаһы, иҙән, ҡыйыҡ яңыртылды. Бөтә тәҙрәләр пластикка алмаштырылды, бинаның эргә-тирәһе лә төҙөкләндерелде.
Һарыш, Ергән, Первомай урта дөйөм белем биреү мәктәптәрендә "Мәғариф" милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы "Үҫеш нөктәһе" тип аталған мәғариф үҙәге асылды. “Йәш техниктар станцияһы” өҫтәмә белем биреү учреждениеһы үҙ эшен яңыса технологияларға таянып эш итә башланы. Йәш быуындың ижади һәләтен асыуға, уны үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Балаларҙың йыл һайын бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабы һөҙөмтәләре буйынса республикала иң яҡшы ун район иҫәбенә инеүе лә шул хаҡта һөйләй.
Төрлө йәштәгеләрҙе сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында ҡалала, ауылдарҙа заманса спорт майҙансыҡтары, балалар ихаталары төҙөү, капиталь ремонтлау буйынса эш алып барыла. Спорт һарайы заманса төҫ алды. Әлеге ваҡытта “Спартак” стадионы үҙгәртеп ҡорола.
Читайте нас: