Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Август 2020, 17:25

Мәктәп уҡыусыларына - ”Киләсәккә билет”

Башҡортостанда 6-11-се класс уҡыусыларына һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында “Киләсәккә билет” тип аталған проект старт алды. Ул йәш быуынға буласаҡ һөнәрҙе дөрөҫ һайларға өйрәтеү маҡсатында ойошторолдо.

Башҡортостанда 6-11-се класс уҡыусыларына һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында “Киләсәккә билет” тип аталған проект старт алды. Ул йәш быуынға буласаҡ һөнәрҙе дөрөҫ һайларға өйрәтеү маҡсатында ойошторолдо.
Яңы программа Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы, Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамы менән ғәмәлгә ашырыла. Башҡортостан буйынса проект операторы сифатында Һөнәргә алдан әҙерләү үҙәге сығыш яһай.
Беҙҙең район-ҡала уҡыусылары ла буласаҡ һөнәрен һынай башланы. Был мөмкинлекте төбәктә күп йүнәлешле һөнәри колледж бирҙе. Проект өс этапта үтә. Уның тәүгеһе – онлайн-форматта тест тапшырыу. Ул баланың һәләтен, ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып, йүнәлеш һайларға булышлыҡ итә. Икенсеһендә үҫмерҙәр тәжрибәле белгестәр етәкселегендә буласаҡ һөнәрен ғәмәлдә һынап ҡараясаҡ. Өсөнсөһөндә артабанғы үҫеш өсөн шәхси уҡыу планын төҙөү буйынса күрһәтмәләр аласаҡ.
Колледжда ҡоро төҙөлөш һәм штукатурлау, буяу һәм биҙәү, рекрутинг, йәғни персонал һайлау, плитка менән көпләү йәки йәбештереү, күп фатирлы йорттарҙы эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү, документтар алып барыу һәм архив эштәре буйынса һөнәрҙәр буйынса үҙеңде һынап ҡарарға мөмкин.
Белем биреү учреждениеһы коллективы билдәләүенсә, проект бик күптәрҙе ҡыҙыҡтырыр һәм ул үҫмерҙәргә үҙенең буласаҡ һөнәрен мәктәп партаһынан уҡ күҙаллай башларға мөмкинлек бирәсәк.
Читайте нас: