ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Август 2020, 19:45

Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе

“Белем биреүҙе цифрлаштырыу - “Мәғариф” милли проектын бойомға ашырыуҙа төп йүнәлеш” темаһына ҡала мәҙәниәт һарайында педагогтарҙың ҙур кәңәшмәһе үтте. Унда белем биреү ойошмалары етәкселәре, педагогия хеҙмәткәрҙәре, йәш белгестәр ҡатнашты. Ултырышты район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков алып барҙы.

“Белем биреүҙе цифрлаштырыу - “Мәғариф” милли проектын бойомға ашырыуҙа төп йүнәлеш” темаһына ҡала мәҙәниәт һарайында педагогтарҙың ҙур кәңәшмәһе үтте. Унда белем биреү ойошмалары етәкселәре, педагогия хеҙмәткәрҙәре, йәш белгестәр ҡатнашты. Ултырышты район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков алып барҙы.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов мәғариф хеҙмәткәрҙәрен яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотланы. Үткән уҡыу йылы аҙағында педагогтарҙың дистанциянан уҡытыу тәжрибәһен өйрәнергә тура килеүен, был яңы бурысты төбәк уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре уңышлы атҡарып сығыуын билдәләне. Мәләүездең ситтән тороп уҡытыуҙы ойоштороу буйынса республикала алдынғы сафтарҙы биләүе лә шул хаҡта һөйләй. Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү мәсьәләһе һәр ваҡыт район хакимиәте контролендә. Мәктәпкәсә йәштәгеләрҙе балалар баҡсаһы менән тәьмин итеүгә, уҡытыуҙың заманса технологияларын ҡараған муниципаль программаларҙы, төбәк проекттарын ғәмәлгә ашырыуға етди иғтибар бирелә. Балаларҙың сәләмәтлеген нығытыу маҡсатында спорт һәм физик культура менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар йыһазландырыла. Яңы уҡыу йылында башланғыс класс уҡыусылары түләүһеҙ туҡланасаҡ. Педагогтар эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләп, Рөстәм Наил улы:
- Балаларға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү бурысы һеҙгә йөкмәтелгән. Тап һеҙ йәштәргә райондың 90 йыллығы айҡанлы күренекле кешеләр, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары хаҡында һөйләйһегеҙ. Тыуған төйәк, билдәле яҡташтар менән ғорурланырға өйрәтәһегеҙ, шуның өсөн һеҙгә рәхмәт, - тине.
Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Лина Сарбаева ла сығышында пандемияға бәйле, ҡыҫҡа ваҡытта уҡытыуҙың онлайн форматын өйрәнеп, дәрес биргән педагогтарға рәхмәт әйтте. Республика буйынса үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһаны, алдағыһына билдәләнгән яңы маҡсаттар менән таныштырҙы.
Мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыков йыл һөҙөмтәләренә ентекле туҡталды. Белем биреү системаһында бойомға ашырылған “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы”, “Һанлы мәғариф мөхите”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Балалы ғаиләләргә ярҙам”, “Үргә ос!” төбәк проекттарының нисек бойомға ашырылыуын билдәләне. Һәләтле балаларҙы үҫтереү, алдынғы педагогтарҙы дәртләндереү буйынса алып барылған эшмәкәрлек һөҙөмтәләре менән таныштырҙы, алдағы уҡыу йылына ҡуйылған план-маҡсаттарҙы атаны.
Педагогтарҙың август кәңәшмәһе алдынан йылдағыса белем биреү учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеге тикшерелде. Бөтә төр мәғариф ойошмаларының уҡытыу-матди базаһын нығытыу буйынса ҙур эш башҡарыуын, подрядсылар, шефлыҡҡа алған предприятиелар, хужалыҡтар белем усаҡтарын ремонтлау һәм төҙөкләндереү буйынса үҙенә йөкмәтелгән бурысҡа етди ҡарағанлығы билдәләнде. Һөҙөмтәлә ҡаланан 4, 8, 1-се мәктәптәр, ауылдарҙан Сәйет, Нордовка һәм Динис Бәүләков исемендәге Смаҡ урта мәктәптәре маҡтаулы урындарға лайыҡ булды.
Балалар баҡсалары араһында ҡаланың 11-се “Аҡ сәскә”, 21-се “Золушка”, 24-се “Тирмәкәй” һәм Дмитриевка ауылының “Аҡ сәскә”, Ергәндең “Ҡояшҡай”, Богородскиҙың “Ҡояшҡай”ы беренсе, икенсе өсөнсө урындарҙы яуланы. Өҫтәмә белем биреү учреждениеларынан Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы, Ергән һәм ҡаланың Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
“Грант” (В. З. Ғатауллин), “Йылылыҡ селтәрҙәре” (Г. И. Ярославцев), “Үҙәк баҙар” (М. Ш. Вәлиев), “Водоканал” (М. И. Ковалев), “Мастер-А” (М. А. Мизин) йәмғиәттәре, “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы предприятиеһы (И. Т. Хәлитов), эшҡыуар Сергей Дорогавцевҡа белем биреү учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә шефлыҡ ярҙамы күрһәткән өсөн рәхмәт белдерелде.
Был көндә шулай уҡ мәғариф өлкәһендәге фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн бер төркөм педагогтар тармаҡтың төрлө кимәлдәге наградалары, Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Читайте нас: