ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Сентябрь 2020, 10:50

Туған телдә һөйләшеү кешегә бәхет тойғоһо бирә

Маһира Торомтаева - районда урыҫ мәктәптәрендә туған тел уҡытыуҙы башлап ебәргән уҡытыусыларҙың береһе. Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатында (бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов исемен йөрөткән гимназия) төплө белем алған ҡыҙ бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыяллана. Ошо яҡты уйы уны Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына алып килә. Ә хеҙмәт биографияһының иң тырыш, матур йылдары Ергән урта мәктәбе менән бәйле.

Эшенә намыҫлы, яуаплы ҡарауының һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәй. Тиҙҙән уның уҡыусылары йыл һайын төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа призлы урындар яулай. Һуңғы йылдарҙағы уңыштарынан түбәндәгеләрҙе билдәләргә мөмкин: 2018-2019 уҡыу йылында Айгиз Псәнчин “Тамырымды онотмам, нигеҙемде ҡоротмам” тип аталған ғилми-тикшеренеү эше менән республика кимәлендәге фәнни-ғәмәли конференцияла һәм «Мин-патриот” Рәсәй конкурсында еңеүсе исемен яуланы. 2019-2020 уҡыу йылында республика иншалар конкурсында Искәндәр Әбделғәниев икенсе урынға сыҡты. Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған шиғыр һөйләүселәр ярышында Гөлназ Бикбулатова беренсе урын алды. Ул үҙе уҡытҡан, тәрбиәләгән балаларға әсә теленең матурлығын, тормошта мөһим икәнлеген аңлата, ышандыра һәм төрлө дәлилдәр менән нығыта. Уның атай-олатайҙар ҡалдырған иң изге, ҡиммәтле рухи байлыҡ икәнлегенә йәш быуында икеләнергә урын ҡалдырмай.
  • Бер ваҡытта ла үҙ телеңдең баһаһын төшөрөрөгә ярамай, ул кухняла ғына һөйләшә торған тел түгел. Киреһенсә, лингвистик йәһәттән кеше өсөн иң өҫтөн булырға тейеш. Күп ата-әсәләр глобалләшеү, урбанизация шауҡымына бирелгән. Улар, әгәр балам менән туған телдә генә аралашһам, урыҫса насар беләсәк тип, ныҡ яңылыша. Фәнни тикшеренеүҙәр буйынса шул билдәле: бала үҙ телендә белем алһа, бүтән фәндәрҙән дә яҡшы уҡый, сит телдәрҙе лә тиҙ өйрәнә. Һис шикһеҙ, был дөрөҫ фекер. Күп йыллыҡ педагогия тәжрибәм буйынса ла әйтә алам: башҡорт телен туған тел итеп өйрәнгән уҡыусыларым башҡа фәндәрҙән дә имтихандарын үҙ туған телен өйрәнмәгән балаларҙан насарыраҡ тапшырманы. Киреһенсә, яҡшыраҡ та бирҙеләр, - ти Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Маһира Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы.
  • Вилиә ФӘХРЕТДИНОВА.
    Читайте нас: