ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Сентябрь 2020, 17:30

Изгелек, яҡшылыҡ орлоғон сәсеүсе

Сабыйҙың киләсәктә ниндәй кеше булып үҫеүе, холҡо, донъяға ҡарашы ата-әсәнән тыш, туранан-тура тәрбиәсегә лә бәйле. Шуға ла был һөнәр эйәләренә баланың күңел торошон аңлап, йөрәгенә асҡыс табып, уларҙы шәхес итеп тәрбиәләү буйынса ҙур бурыс йөкмәтелгән.

Сабыйҙың киләсәктә ниндәй кеше булып үҫеүе, холҡо, донъяға ҡарашы ата-әсәнән тыш, туранан-тура тәрбиәсегә лә бәйле. Шуға ла был һөнәр эйәләренә баланың күңел торошон аңлап, йөрәгенә асҡыс табып, уларҙы шәхес итеп тәрбиәләү буйынса ҙур бурыс йөкмәтелгән.
Смаҡ ауылы “Аҡ сәскә” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ленира Шәйәхмәтова үҙенең тәрбиәләнеүселәре сәләмәт, зирәк, әүҙем булһын, төрлө яҡлап үҫешһен өсөн ваҡытын да, күңел йылыһын да йәлләмәй. Эшләгән дәүерҙә бай тәжрибә, педагогия белеме һәм оҫталығы тупланы ул. Был һөнәргә 16 йәшенән генә килеп, ныҡышмалы эҙләнеү, ижади эшмәкәрлеге, оҙайлы намыҫлы хеҙмәте менән коллективта ла, ата-әсәләр араһында ла лайыҡлы абруй яуланы.
Ленира Марат ҡыҙы әле кесе төркөмдө етәкләй, йәғни 2-нән 4 йәшкә тиклемге балалар менән эшләй. Йәш быуында мәрхәмәтлек, хеҙмәт һөйөү, белемгә ынтылыш тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә. Эшмәкәрлегендә заманса алымдар, яңыса технологияларҙы әүҙем ҡуллана. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының ғына түгел, ауылдың, район-ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатанаша. Ул яулаған уңыштарҙа туҡталып ҡала торғандарҙан түгел, һәр ваҡыт юғары маҡсат ҡуйып, шуға ынтылып йәшәй, һөнәри үҫешкә ынтыла. Бушлай түңәрәк эше алып барыуы, һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә булыуы ла уның үҙ эшенә яуаплы һәм яратып ҡарауы тураһында һөйләй. Төрлө кимәлдәге конкурстарҙа тәрбиәләнеүселәре маҡтаулы урын алыуында Ленира Шәйәхмәтованың роле баһалап бөткөһөҙ. Ата-әсәләр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырған. Уларҙың төркөмө үҙ-ара аңлашыу, иғтибар һәм хөрмәт тойғоһо урынлашыу менән айырыла.
- Һөнәрем миңә һәр ваҡыт бала саҡ илендә, әкиәт донъяһында булыу мөмкинлеген биреүе менән оҡшай. Кескәйҙәрҙең миңә ышанып ҡарауын күрһәм, эшемдең әһәмиәтен тағы ла нығыраҡ аңлайым. Балаларҙың ҡарашынан уларға кәрәклегемде тойоу бәхет хисе бирә, - ти ул.
Альмира СМАҠОВА, өлкән тәрбиәсе.
Читайте нас: