ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Сентябрь 2020, 17:30

Кескәй йөрәктәргә наҙ өләшеүсе

Һәр атай-әсәй сабыйын мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына алып килгәндә балаһының янында кескәйҙәрҙе яратҡан, уларҙың кисерештәрен тойорға һәләтле, аҡыллы, сабыр, изге күңелле педагогты күрергә теләй. 12-се “Бәләкәс” балалар баҡсаһының башҡорт төркөмө тәрбиәсеһе Нурзия Вәлитова – тап шундайҙарҙың береһе.

Һәр атай-әсәй сабыйын мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына алып килгәндә балаһының янында кескәйҙәрҙе яратҡан, уларҙың кисерештәрен тойорға һәләтле, аҡыллы, сабыр, изге күңелле педагогты күрергә теләй. 12-се “Бәләкәс” балалар баҡсаһының башҡорт төркөмө тәрбиәсеһе Нурзия Вәлитова – тап шундайҙарҙың береһе.
Нурзия Зөбәйер ҡыҙы һәр баланың күңеленә асҡыс таба белә. Кескәйҙәр беренсе көндән үк уның иғтибарын тоя, яҡшы мөнәсәбәт һәм тейешле шарттар булдырылған коллективҡа рәхәтләнеп йөрөй. Тәрбиәсе йәш быуында әсә теленә, халҡыбыҙҙың йолаларына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә. Туған тел аралашыу һәм тирә-яҡ мөхитте танып-белеү генә түгел, ә милли-мәҙәни традицияларҙы һаҡлау сараһы ла икәнлеген яҡшы аңлай һәм был йүнәлештә маҡсатлы эш алып бара. Балаларҙа башҡорт халҡының мәҙәниәтенә, тарихына хөрмәт тойғоһо формалаштырыу маҡсатында Нурзия Зөбәйер ҡыҙы төрлө алымдар ҡуллана. Башҡорт әҙәбиәте, милли костюмдар, биҙәү-ғәмәли сәнғәт өлгөләре, музыка, милли йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында белемен даими камиллаштыра, эҙләнә.
Кескәйҙәрҙә халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн ул һанлы мәғариф ресурстарын уңышлы ҡуллана, улар ярҙамында анимация презентациялары, фильмдар эшләй. Һуңғы ижади проекттарының береһе – “Ай һәм Урал тауы нисек барлыҡҡа килгән?” йәнһүрәте. Уның буйынса эшләгәндә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәрен дә әүҙем йәлеп итте. Балалар башҡорт легендаһының геройҙарын, сюжетлы һүрәттәр төшөрҙө.
-Бергә ижад итеү кескәйҙәрҙә үҙ халҡының мәҙәниәтен өйрәнеү теләген уята. Шуға ла уларҙы ошондай коллектив эшмәкәрлеккә ылыҡтырырға тырышам, - ти тәрбиәсе.
Нурзия Вәлитова муниципаль һәм республика кимәлендәге конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Быйыл февралдә ул Башҡортостан Мәғариф министрлығы һәм Мәғарифты үҫтереү институты ойошторған мәктәктәпкәсә белем биреүҙә этномәҙәни медиаконтент конкурсында ҡатнашып, сертификат алды. Башҡорт төркөмдәре методик берекмәһе ултырыштарында үҙенең эш тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша. Ярҙамсыллығы, һәр эшкә, үҙенә йөкмәтелгән бурысҡа яуаплы ҡарауы менән педагогия коллективында ихтирам яулаған. Илһөйәр педагог тәрбиәләнеүселәренә, ата-әсәләргә күңел йылыһын йәлләмәй. Үҙ өлгөһөндә балаларға тыуған төйәген, телен яратырға, тарихы, мәҙәниәте менән ғорурланырға өйрәтә. Ә тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн награданың иң ҙурына лайыҡ: һәр эш көнөндә үҙенең бәхетле бала саҡ иленә әйләнеп ҡайтыу мөмкинлегенә эйә була.
Ләйсән УЛИКАНОВА,
мәғариф идаралығы методисы.
Читайте нас: