ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Сентябрь 2020, 19:15

Милли проекттар ғәмәлдә

Районда ике “Үҫеш нөктәһе” асылды29 октябрҙә бөтә Рәсәйҙә “Үҫеш нөктәһе”н асыу марафоны үтте.

Районда ике “Үҫеш нөктәһе” асылды
29 октябрҙә бөтә Рәсәйҙә “Үҫеш нөктәһе”н асыу марафоны үтте
Был көндә “Мәғариф” милли проектына ярашлы илебеҙҙә бөтәһе 2951 яңы үҙәк эш башланы. Шуның 42-һе - Башҡортостанда. Беҙҙең районда, атап әйткәндә, Воскресенский һәм Нордовка мәктәптәрендә белем биреү майҙансыҡтары асылды. Үткән уҡыу йылында ошондай “нөктәләр” Ергән, Первомай, Һарыш барлыҡҡа килгәйне.
Воскресенский мәктәбендә өс уҡыу кабинеты заманса төҙөкләндерелгән һәм яңыса ҡорамалдар алынған. Был уҡыу үҙәктәрендә уҡыусылар технология, информатика, хәүефһеҙ тормош нигеҙҙәре фәндәрен заманса технологиялар ярҙамында өйрәнә, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, проект эшмәкәрлеге менән мауыға ала. Уны асыу тантанаһында ҡатнашҡан мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сергей Кувайцев, мәктәп директоры Константин Мокшанцев үҙ сығыштарында “Үҫеш нөктәһе”нең һәр балаға сифатлы белем биреү һәм һәләтлеләрҙе асыҡлау, уларҙы артабан үҫтереү маҡсатында асылыуын, улар киләсәктә һәр мәктәптең визит картаһына әйләнәсәген билдәләне. Яңы ҡорамалдар, йыһаздар, фирмалы логотиптар, заманса ремонтланған кабинеттар – быларҙың барыһы ла уҡыусыларҙы ғына түгел, ә педагогтарҙы ла тағы тырышыбыраҡ уҡырға, эшләргә илһамландырасаҡ. Заманса уҡыу майҙандары барлыҡҡа килеүен йәш быуын да түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Был хаҡта улар “Үҫеш нөктәһе”н асыу тантанаһында әйтеп үтте.
Үҙәк педагогтары даими рәүештә онлайн һәм офлайн форматта белемен камиллаштырасаҡ. Дөйөм алғанда, бөгөнгә Рәсәйҙә 20 мең-дән ашыу уҡытыусы квалификацияһын күтәрҙе. Улар уҡыусыларҙы заманса комьютерҙарҙа, 3D-принтерҙарҙа эшләргә, квадрокоптерҙар менән идара итергә, виртуаль ысынбарлыҡ шлемдарын үҙләштерергә өйрәтәсәк. Шулай уҡ балалар шахматта уйнау серенә төшөнә, үҙенең медиапродуктын булдыра ала.
Марафон сиктәрендә республикала былтыр асылған өс үҙәк дистанцияла асыҡ сара, оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Шуның береһе Ергән мәктәбе булыуы - беҙҙең педагогия берләшмәһе өсөн оло ваҡиға. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белем биреү учреждениелары менән онлайн-бәйләнешкә сыҡты һәм сығыш яһаны.
Читайте нас: