ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Октябрь 2020, 19:45

Һоҡланғыс та, ауыр ҙа, рәхмәтле лә һөнәр эйәләре

Бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайында Уҡытыусылар көнө айҡанлы тантаналы сара үтте.

Бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайында Уҡытыусылар көнө айҡанлы тантаналы сара үтте.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков район-ҡаланың барлыҡ педагогия берләшмәһен байрам менән ҡотлап: “Был датаны бөтә халыҡ байрамы тип иҫәпләргә лә мөмкин, сөнки барыбыҙҙың да тормошонда матур эҙ ҡалдырған уҡытыусыларыбыҙ бар”, - тине.
Эйе, уҡытыусы эшен донъялағы бер һөнәр менән дә сағыштырып булмай. Ул яҡшы белем биреүҙе генә түгел, ә йәш быуынға рухи сифаттарҙы һәм ҡиммәттәрҙе тапшырыуҙы талап итә. Киләсәгебеҙҙең ниндәй булыуы туранан-тура уларҙың һөнәренә бәйле. Быны бер кем дә инҡар итә алмай.
Мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов үҙенең тырыш хеҙмәте менән ҡыйыуһыҙ ғына беренсе класҡа килгән баланан шәхес, үҙ иленең гражданын һәм патриотын тәрбиәләгән уҡытыусыларға рәхмәт белдерҙе.
Бөгөн беҙҙең райондың мәғариф системаһы - иң етеҙ үҫешкән тармаҡтарҙың береһе. Бөгөн унда 1300-ҙән ашыу педагог - уҡытыусы, тәрбиәсе – эшләй. Был - ҙур интеллектуаль көс. Уларҙың илһамлы хеҙмәте, даими ижади эҙләнеүе, балаларҙы ихлас яратыуы хөкүмәт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр менән билдәләнә. Рәсми сығыштарҙан, ҡотлауҙарҙан һуң мәғариф өлкәһендә намыҫлы хеҙмәт иткән педагогтарға, 25 йыл һөнәренә тоғро ҡалғандарға, быйылғы уҡыу йылында хаҡлы ялға сыҡҡандарға һәм профсоюз эшендә әүҙем ҡатнашҡандарға лайыҡлы наградалар, бүләктәр, маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Сара ҡала мәҙәниәт һарайы, өҫтәмә белем биреү учреждениелары һәүәҫкәр артистары әҙерләгән концерт номерҙары менән үрелеп барҙы һәм матур байрамға әүерелде.
Читайте нас: