ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2020, 14:30

Ҡотлайбыҙ

Байрам менән!

Мәләүез ҡалаһының 3 гимназияһы башҡорт теле кафедраһы мөдире Фаягөл Кәфил ҡыҙы Морозованы һөнәри байрамы– Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ! Уҡытыусы” һүҙе ниндәй генә телдә әйтелһә лә, оло хөрмәт һәм ихтирамға сорналып яңғырай. Һәр кемебеҙҙең йөрәгендә ул ҡәҙерле, ғәзиз кешеләребеҙ рәтенә ҡуйыла.Фаягөл Кәфил ҡыҙы ла уҡыусылары өсөн ихтирамға лайыҡ остаз ғына түгел, кәңәшсе лә, терәк тә, дуҫ та була белә. Күп йылдар ул һөнәренә тоғро ҡалып башҡорт телен, мәҙәниәтен уҡытыу һәм пропагандалау, балаларҙа милли үҙаң тәрбиәләүгә ҙур тырышлыҡ һалған шәхес.
Байрам менән шулай уҡ гимназия коллективына ҡайнар ҡотлауҙарыбыҙҙы еткерәбеҙ! Хөрмәтле уҡытыусылар, мәғариф ветерандары! Беҙ һеҙгә матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм сыҙамлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ! Уҡыусыларығыҙҙың шат йылмайыуы күңелдәрегеҙгә көн дә йылы өләшһен, бәхет нурҙарына сорнаһын. Байрам менән!
Читайте нас: