ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2020, 19:03

Һәр сабый бәхетле бала саҡҡа лайыҡ

Бала саҡ... был һүҙ иң яҡты, иң бәхетле, иң рәхәт осорҙо күҙ алдына баҫтыра. Вайымһыҙ саҡ, атай-әсәй ҡуйынында иркәләнеп, уйнап-көлөп үткән ваҡыт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең йәмғиәттә икенсе төшөнсә лә йәшәй – төрлө сәбәп менән ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар. Беҙҙең илдә ундайҙарға айырым иғтибар бирелә, бала сағы бәхетле булһын өсөн хәстәрлек күрелә. Яуаплы етәксе, тәжрибәле педагог Айгөл Салауат ҡыҙы Айҙарбәкова ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар яҙмышын көйләү менән шөғөлләнгән опека һәм попечителлек бүлеген етәкләй.

Яуаплы етәксе, тәжрибәле педагог Айгөл Салауат ҡыҙы Айҙарбәкова ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар яҙмышын көйләү менән шөғөлләнгән опека һәм попечителлек бүлеген етәкләй. “Балалар – беҙҙең киләсәк. Ҡарауһыҙ ҡалғандарҙы ваҡытында асыҡлап, уларҙың яҙмыштарын һындырыуҙан, күңелдәрен яралауҙан ҡурсырға тырышабыҙ. Ата-әсә ҡурсыуынан мәхрүм балалар, йәтимдәр менән бергә эшкә яраҡһыҙ йәки һәләте сикләнгәндәрҙең мәнфәғәтен һәм хоҡуғын яҡлау – беҙҙең бурыс. Мохтаждарҙы урынлаштырыу буйынса саралар күрелә, тәрбиәгә алғандар эшмәкәрлеге буйынса даими күҙәтеү алып барыла”, - тип бүлек эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
Читайте нас: