ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2020, 16:29

Тәүге аҙымдар уҡытыусы менән яһала

Хөрмәтле уҡытыусыбыҙ Рәсимә Ришат ҡыҙын Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле уҡытыусыбыҙ Рәсимә Ришат ҡыҙын Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Был байрам барыбыҙға ла ҡәҙерле. Беҙҙең сабыйҙарыбыҙҙы оло юлға сыҡҡанда етәкләп, әсәй кеүек ҡурсып, белем донъяһына әйҙәүегеҙ үҙе батырлыҡҡа тиң. Беренсе класта барыһы ла яңы башлана. Нәҡ Һеҙ уҡыусыларға белем донъяһы ишеген асаһығыҙ, уларҙа үҙаллылыҡ, даими үҫешкә ынтылыш тәрбиәләйһегеҙ, юғары әхлаҡи йүнәлеш биреү йәһәтенән өлгө күрһәтәһегеҙ.
Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, аҡыл ҡеүәһе һәм фиҙакәрлегегеҙ, сабырлыҡ һәм балаларға ихлас һөйөүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, барлыҡ изге эшегеҙҙә илһам һәм уңыштар теләйбеҙ!
Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап,
Ҡараның күҙҙәремә.
Һүнмәҫлеҡ ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.
3-сө гимназияның 1Д класы уҡыусылары, ата-әсәләре.
Читайте нас: