ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2020, 13:45

Тормош юлы ай нурылай яҡты

Һәр нәмәнең шишмә башы булған кеүек, Айгөл Фәйзуллинаның ғүмер юлы Федоровка районы Ҡораласыҡ ауылында Гөлйөҙөм һәм Фаварис Исмәғилевтар ғаиләһендә башлана. Тормош юлы ай нурылай яҡты, гөлдәр кеүек гүзәл булһын, тигән теләк менән ата - әсә уға Айгөл тип исем ҡуша.

Һәр нәмәнең шишмә башы булған кеүек, Айгөл Фәйзуллинаның ғүмер юлы Федоровка районы Ҡораласыҡ ауылында Гөлйөҙөм һәм Фаварис Исмәғилевтар ғаиләһендә башлана. Тормош юлы ай нурылай яҡты, гөлдәр кеүек гүзәл булһын, тигән теләк менән ата - әсә уға Айгөл тип исем ҡуша. Ҡыҙ бәләкәстән тырыш, егәрле, маҡсатҡа ынтылыусан булып үҫә. Иң изге, абруйлы һаналған уҡытыусы hөнәренә ғашиҡ Айгөл мәктәпте уңышлы тамамлап, бөтә тырышлығын туплап, Өфө Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ педагогия училищеһында уҡытыусы булып башлай. 1999 йылда йәш ғаилә Мәләүез ҡалаһына күсеп килә. Айгөл Фаварис ҡыҙының артабанғы хеҙмәт юлы ҡалабыҙҙың 1-се мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып дауам итә. 2008 йылдан алып 4-се мәктәптә балаларҙы туған тел серҙәренә өйрәтә, директор урынбаҫары, район-ҡала татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары методик берекмәһе етәксеһе йөгөн тарта.
Айгөл Фәйзуллина – йәш быуынға төплө белем биргән, оло тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам иткән, яңы технологияларҙы әүҙем ҡулланған, заман менән бергә атлаған уҡытыусы. Алдынғы педагог уҡыусылары тип йән ата, уларҙа кешелеклелек, эшһөйәрлек кеүек сифаттар тәрбиәләй, ижад ялҡынында яна. Әүҙем тормош позицияһы, киң эрудицияһы, тирә - йүндәгеләргә яҡшы мөнәсәбәте, талапсан, шул уҡ ваҡытта ғәҙел холҡо, көслө рухы менән балалар, хеҙмәттәштәре араһында лайыҡлы абруй яулаған. Айгөл Фәйзуллинаның тормош девизы - быҫҡып түгел, янып йәшәргә! Ысынлап та, унан һәр ваҡыт ыңғай энергия, ижад ялҡыны, тормош һөйөү бөркөлөп тора.
Хеҙмәтенә күрә хөрмәте, тиҙәр халыҡта. Яҡты уй-ниәттәр, яңынан-яңы маҡсаттар менән йәшәгән уҡытыусының тырыш хеҙмәте күп һанлы Маҡтау грамоталары, төрлө дәрәжә дипломдар менән баһалана. Айгөл Фаварис ҡыҙы - республика татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары бәйгеһе конкурсанты, татар йәштәренең V Бөтә донъя cъезы депутаты. Ҡазан ҡалаһында үткән был оло сарала Бөтә донъя татар конгресы рәйесе Ринат Закиров ҡулынан Рәхмәт хаты алыуы ла уның эшһөйәр, илһөйәр, телһөйәр икәнлеген дәлилләй. Тормош иптәше Рәшит Вәкил улы менән бына инде 21 йыл дауамында һикәлтәле тормош юлынан ҡулға ҡул тотоношоп атлайҙар, өс балаға ғүмер бирәләр. Өлкән ҡыҙҙары Ралина - Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты, 4-се мәктәптә белем алыусы Айгизә - төрлө кимәлдәге олимпиадалар еңеүсеһе һәм призеры. Улдары Марат балалар баҡсаһында тәрбиәләнә, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Уңған хужабикәнең табыны мул, донъяһы бөхтә, ихатаһы гөл- сәскәгә күмелгән. Зауыҡлы биҙәлгән йортта туғандары, дуҫ-иштәре - йыш ҡунаҡ. Фәйзуллиндар күршеләр менән дә татыу йәшәй, оло йәштәге инәйҙәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа. Ошо матур ҡылыҡтары менән үҙенең дә, яҡындарының да тормошон биҙәп йәшәгән уҡытыусы уҡыусыларында ошо күркәм сифаттарҙы тәрбиәләй.
Венера ХӘБИРОВА.
Читайте нас: