ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Октябрь 2020, 17:33

Каникул оҙайтылырмы?

Көҙгө каникул тураһында төрлө фекер йөрөй, ҡайһыһы дөрөҫ? Һылтанма буйынса инеп ҡара.

Каникул! Һәр баланың көтөп алған, яратҡан осоро. "Мәғариф" милли проекты буйынса йәш быуынға белем биреү өсөн бик ҙур программалар ғәмәлгә ашырылһа ла, донъяны солғап алған пандемия былтырғы уҡыу йылының һуңғы айҙарына кире йоғонто яһаны, уҡыусылар өйҙә генә шөғөлләнергә мәжбүр булды. 1сентябрҙә мәктәпкә барыу хәбәрен бик шатланып ҡабул иттеләр. Хәҙер инде каникул осоро яҡынлашҡан һайын билдәһеҙлек борсой.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, көҙгө каникулдың бер нисә көнгә оҙайтылыуы ихтимал, йәғни каникул ваҡыты элеккесә ҡала, әммә уны 3-4 көнгә оҙайтыу хаҡында уйларға мөмкин. «Балалар күберәк ял итә алһын, әйҙә, ошо турала уйлағыҙ», - тине республика Башлығы.
Ул шулай уҡ республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы хеҙмәткәрҙәренә мәктәптәрҙәге хәлде һәм битлек режимы үтәлешен урында өйрәнергә ҡушты.
Читайте нас: