Конгэк
+10 °С
Ясна
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Октябрь 2020, 12:35
Яуаплылыҡҡа һынау
Кисә каникулдан һуң бөтә мәктәптәр ҙә ҡәҙимге режимда эшләй башланы.
Кисә каникулдан һуң бөтә мәктәптәр ҙә ҡәҙимге режимда эшләй башланы. Мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Эльза Хужәхмәтова билдәләүенсә, коронавирус инфекцияһының таралыу хәүефен иҫкәртеү маҡсатында һаҡланыуҙың бөтә саралары күрелә. Айырым фәндәрҙән тыш, дәрестәр бер класта үтә. Кабинеттарҙы елләтеү, махсус дезинфекция матдәләре менән йыуыу кеүек бурыстар үҙ ваҡытында үтәлә. Күп кеше ҡатнашҡан саралар сикләнгән, улар онлайн-форматта ойошторола. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, инфекцияны йоҡтороусылар бар. Шуға күрә ата-әсәләр үҙендә һыуыҡ тейҙереү билдәһен тойоу менән өйҙә ҡалырға һәм балаларын да мәктәпкә ебәрмәҫкә тейеш. Яңы вирустың таралыуы - һәр кемдең яуаплылығына һынау ҙа. Уны лайыҡлы үткәреп ебәреү өсөн үҙеңде генә түгел, эргә-тирәләге кешеләрҙе һаҡларға кәрәк.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты