ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Октябрь 2020, 17:50

Район намыҫын лайыҡлы яҡланы

Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институтының мәктәпкәсә һәм башланғыс белем биреү кафедраһы “Рәсәй тәрбиәселәре - 2020” VIII Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабына онлайн-конференция төрөндә йомғаҡ яһаны.

Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институтының мәктәпкәсә һәм башланғыс белем биреү кафедраһы “Рәсәй тәрбиәселәре - 2020” VIII Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабына онлайн-конференция төрөндә йомғаҡ яһаны.
Был сарала республиканан бөтәһе 94 ғариза ҡабул ителде. Мәләүез районынан өс педагог ҡатнашты. Атап әйткәндә, “Бәләкәс” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Юлия Мусина, “Аҡ сәскә”нән - Светлана Ғәлиуллина һәм “Сулпан” балалар баҡсаһы мөдире Вәсилә Яппарова үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Һөҙөмтәлә юғары педагогия оҫталығы һәм һөнәри белем күрһәтеп, Юлия Салауат ҡыҙы “Белем биреү ойошмаһының иң яҡшы тәрбиәсеһе” номинацияһында еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
- Балалар баҡсалары педагогтарының яңыса эш тәжрибәһен уртаҡлашыу, уларҙы таратыу, талантлыларҙы асыҡлау маҡсатында үткәрелгән был мәртәбәле сарала Юлия Салауат ҡыҙы, ысын мәғәнәһендә, үҙен эшенең оҫтаһы итеп иҫбатланы һәм Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан иң яҡшы тәрбиәселәр йыйылған конурста Мәләүез намыҫын лайыҡлы яҡланы, - ти мәғариф идаралығы методисы Ләйсән Уликанова. – Хеҙмәттәшебеҙ мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә эшләгән дәүерҙә педагогика, психология, хәүефһеҙ тормош нигеҙҙәрен, этика, эстетиканы яҡшы белеүен күрһәтте. Ул шулай уҡ йәш быуынды тәрбиәләүҙә заманса алымдар һәм технологияларҙы әүҙем ҡулланыуы менән айырыла. Һәр баланы шәхес итеп күрә, кескәйҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре менән уртаҡ тел тиҙ таба. Һәр ваҡыт эҙләнә, өлгәшелгәндә туҡталып ҡалмай. Ошо сифаттары юғары һөҙөмтәгә өлгәшергә ярҙам итте лә инде.
Читайте нас: