ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Ноябрь 2020, 17:00

Һайлау турының еңеүселәре асыҡланды

Мәләүез күп профилле һөнәри колледжында “Бухгалтер иҫәбе” компетенцияһы буйынса Worldskills Russia VI Асыҡ чемпионатының һайлау этабы үтте.

Мәләүез күп профилле һөнәри колледжында “Бухгалтер иҫәбе” компетенцияһы буйынса Worldskills Russia VI Асыҡ чемпионатының һайлау этабы үтте.
Билдәле булыуынса, был йүнәлеш буйынса уҡыу йорто республикала тәүгеләрҙән иҫәпләнә. Йәй көнө бында махсус майҙансыҡ асылды һәм үткән йомала Ворлдскиллс стандарты буйынса Башҡортостанда беренсе тапҡыр ярыш ойошторолдо. Уның һөҙөмтәләре буйынса төбәк чемпионатына беҙҙең колледждан Рим Айбулатов үтте. Бынан тыш, Вера Ильинцева (Өфө йылылыҡ-энергетика колледжы), Дана Абдуллина (РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеттың Өфө филиалы), Ангелина Фәйзрахманова (Белорет металлургия колледжы), Матвей Платонов (Өфө статистика, информатика колледжы) сыҡты. Дөйөм алғанда, һайлау ярышында бөтәһе 11 уҡыу йорто ҡатнашты.
Һөнәри уҡыу йорттары араһында үткәрелгән был мәртәбәле конкурс еңеүселәрен күп профилле һөнәри колледж директоры Рита Сәмиғуллина һәм “Бухгалтер иҫәбе” компетенцияһы буйынса баш төбәк эксперты Ирина Тарасова бүләкләне һәм уларға артабан уңышлы сығыш яһауҙарын теләне.
Читайте нас: