ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Ноябрь 2020, 18:16

Башҡорт теле йылында тағы ла тырышып эшләргә!

Быйыл “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсы төбәк-ара конкурсының муниципаль этабында өс педагог ҡатнашты. Өсөһө лә - һөнәренең бөтә нескәлеген, заманса технологияларҙы яҡшы белгән, уларҙы уңышлы ҡулланған, балалар яратҡан тәжрибәле уҡытыусы. Үҙҙәренең һәләтен сара барышында тағы бер тапҡыр дәлилләне улар.

Быйыл “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсы төбәк-ара конкурсының муниципаль этабында өс педагог ҡатнашты. Өсөһө лә - һөнәренең бөтә нескәлеген, заманса технологияларҙы яҡшы белгән, уларҙы уңышлы ҡулланған, балалар яратҡан тәжрибәле уҡытыусы. Үҙҙәренең һәләтен сара барышында тағы бер тапҡыр дәлилләне улар.
Зөлфирә Тарасова башлыса урыҫ телле балалар уҡыған Самаро-Ивановка мәктәбендә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен дәүләт теле булараҡ уҡыта. Уҡыусылары фән буйынса үткәрелгән конкурс-олимпидаларҙа юғары һөҙөмтәләр яулай.
Восточный мәктәбе уҡытыусыһы Гөлнара Кәримованың исеме лә төбәктең педагогия берләшмәһе араһында яҡшы билдәле. Уның балалары йыл да төбәк-ара олимпиадала, ғилми конференцияларҙа призлы урын яулай. 6-сы лицейҙан Гөлнара Татлыбаева ла - уҡытыу эшенә яуаплы ҡараған, йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә етди иғтибар биргән педагогтарҙың береһе.
Конкурсанттарға ике этаптан торған һынау үтергә тура килде. Тәүгеһендә улар Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында дәрес бирҙе, уға анализ яһаны һәм оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Был турҙа педагогтар үҙҙәре ҡулланған яңы алымдарҙың һөҙөмтәлелеген тулыһынса иҫбатланы. Икенсе турҙа кластан тыш эшмәкәрлектәре хаҡында сығыш яһанылар. Бында балалар һәм уларҙың атай-әсәйҙәре менән хеҙмәттәшлеге, дәрестән тыш эште ойоштороу һәләте, белем биреү системаһын үҫтереүҙәге заманса тенденцияларҙы белеүе, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың сифатын күтәреүҙәге шәхси өлөшө баһаланды.
Шулай итеп, бөтә этап һынауҙарын лайыҡлы үтеп, Зөлфирә Әхмәр ҡыҙы “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсының муниципаль туры еңеүсеһе тип танылды. Ул тиҙҙән төбәк-ара кимәлдә район намыҫын яҡлаясаҡ. Әйҙәгеҙ, уға уңыштар теләйек!
Читайте нас: