Конгэк
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Ноябрь 2020, 11:20

Уҡыусылар ситтән тороп уҡыуға күсерме?

Юғары уҡыу йорттарында хәлдәр ҡатмарлашыуға бәйле беренсе курстан алып сығарылыш алды курсына тиклемге студенттар дистанцияла уҡыуға күсерелә.

Юғары уҡыу йорттарында хәлдәр ҡатмарлашыуға бәйле беренсе курстан алып сығарылыш алды курсына тиклемге студенттар дистанцияла уҡыуға күсерелә. Сығарылыш курс студенттарының уҡыу рәүеше буйынса ҡарарҙы вуздар етәкселеге үҙ аллы ҡабул итәсәк. Был турала мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. Министр әйтеүенсә, юғары уҡыу йорттарында көн һайын 30-50-шәр сирләп киткән кеше асыҡланып тора.
Башҡортостан Башлығы киҫкен хәлде иҫәпкә алып, мәктәптәрҙә яңынан дистанцияла уҡыу тәртибе индерелеү ихтималлығын белдерҙе. Әгәр бындай ҡарар ҡабул ителә икән, ул 6-11-се класс уҡыусыларына ҡағыласаҡ.
- Был аҙнала мәктәп уҡыусылары өсөн каникул дауам итә. Был балаларға ял итеү өсөн яҡшы мөмкинлек. 9 ноябрҙән улар уҡырға барасаҡ. Балаларҙы дистанцияла уҡыу режимына күсерге килмәй, тик хәлдәр аҙна уртаһына йәки аҙағына насарая икән, әҙер булығыҙ. 1-5-се кластар ғына мәктәпкә йөрөп уҡыясаҡ. Был ҡарар санитария-эпидемиология хәленә ҡарап ҡабул ителәсәк, – тине Радий Хәбиров.
Колледж һәм техникумдарға килгәндә, бында сирләүселәр һаны ҙур түгел. Шуға күрә улар уҡыу йорттарында белем алыуын дауам итәсәк. Балалар баҡсаларында шулай уҡ сирләүселәр һаны ҙур түгел, хәл тотороҡло. Уларҙа эште әлеге режимда дауам итәсәктәр.