ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Ноябрь 2020, 20:15

Юл бирмәй бит, әй...

Һәр нәмәнең кире яғы булған кеүек ыңғай яғы ла була бит, бәлки, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа өйрәнеү яғынан файҙа булыр.

Коронавирус тажын һалырға йыйынмай, йәшәйештең бар йүнәлештәренә лә аяҡ сала. Киләсәгебеҙҙе лә ағыуламаҡсы, балаларҙы яратҡан мәктәбенән, уҡытыусыларынан айырып, өйҙә уҡырға мәжбүр итә. Ә белем кимәле аҡһамаҫмы икән?.. Хәҙер уҡыусыларҙың тик үҙенә бәйле инде. Һәр нәмәнең кире яғы булған кеүек ыңғай яғы ла була бит, бәлки, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа өйрәнеү яғынан файҙа булыр.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында указға сираттағы төҙәтмәләр индерҙе. Башҡортостандың ҡайһы бер уҡыусылары өсөн дистанцияла уҡыу оҙайтылды. Ҡарар 20 ноябрҙә яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса төбәк оператив штабы ултырышында ҡабул ителде. Сара 6-10-сы кластарға ҡағыла, ул кәмендә 29 ноябргә тиклем дауам итә. Ә башланғыс класс уҡыусылары, бишенселәр һәм ун беренселәр мәктәпкә бара. Ә беҙҙең район мәктәптәрендә 23 ноябрҙән каникул башлана.
Читайте нас: