Конгэк
+12 °С
Ясна
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Ноябрь 2020, 13:25
Рәхмәт һәм һөйөү белдерҙеләр
Әсәләр көнө - иң яҡты, матур байрамдарҙың береһе. Был дата ҡәҙерле кешеләребеҙгә тағы бер тапҡыр рәхмәт әйтеү, йөрәк түрендә һаҡланған теләгебеҙҙе, йылы һүҙебеҙҙе еткереү өсөн булдырылған.
Әсәләр көнө - иң яҡты, матур байрамдарҙың береһе. Был дата ҡәҙерле кешеләребеҙгә тағы бер тапҡыр рәхмәт әйтеү, йөрәк түрендә һаҡланған теләгебеҙҙе, йылы һүҙебеҙҙе еткереү өсөн булдырылған.
15-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре был байрамға йыл һайын көтөп ала һәм ныҡлы әҙерләнә. Быйылғы коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле ҡатмарлы осорҙа ла кескәйҙәр ҡәҙерле кешеләрен иғтибарһыҙ ҡалдырманы. “Смешарики” төркөмө “Бөтәбеҙгә лә әсәй кәрәк!” проекты буйынса әүҙем эшләне. Уның барышында балалар әсәйҙәр тураһында методик, нәфис әҙәбиәт, дидактик уйындар менән танышты, һүрәттәр буйынса эшләне. “Мин һәм минең әсәйем” темаһына әңгәмә лә бик мауыҡтырғыс булды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡәҙерле кешеләре тураһында ҙур ихтирам һәм һөйөү менән һөйләне. Ғүмер бүләк иткән кешеләренә рәхмәт әйттеләр. Улар барыһы ла үҙ ҡулы менән әсәйҙәренә бүләк эшләне. Кескәйҙәрҙең кешенең тик әсә аша тормош менән танышыуын, тәүге һүҙҙәрҙе ишетеүен аңлауы бик ҡыуаныслы.
Айгөл СӘҒИТОВА,
15-се “Гүзәл” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты