ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Декабрь 2020, 14:25

Башҡорт теле йылы

Башҡорт теле көнө алдынан телебеҙ абруйын арттырыуға йүнәлтелгән саралар үтте. Унда мәктәп уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. 8-11-се кластар республика интернет-викторинала, дистанцияла үткәрелгән олимпиадала үҙ көсөн һынаны.

Башҡорт теле көнө алдынан телебеҙ абруйын арттырыуға йүнәлтелгән саралар үтте. Унда мәктәп уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. 8-11-се кластар республика интернет-викторинала, дистанцияла үткәрелгән олимпиадала үҙ көсөн һынаны. Кисә район-ҡаланың бөтә мәктәптәрендә Берҙәм дәрес көнө уҙҙы. Был көндә шулай уҡ “Урал батыр” анимация фильмын ҡаранылар. Балалар һәм педагогтар «Бәйләнештә», «Инстаграм», «Фейсбук» социаль селтәрҙәрендә “Шиғри сылбыр” республика флешмобына дәррәү ҡушылды. Район кимәлендәге ошондай уҡ акцияла ла ҙур теләк менән ҡатнаштылар. Ата-әсәләр өсөн “Минең ғаиләм башҡорт телендә һөйләшә” тип аталған видеороликтар конкурсы ойошторолдо. Дистанциянан телебеҙгә арналған эссе һәм иншалар конкурсы үткәрелде. Мәғариф идаралығы методисы Вилиә Фәхретдинова билдәләүенсә, был конкурстарҙан тыш та Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт теле йылында телебеҙ бәҫен күтәреү, уны уҡытыу шарттарын төрлө кимәлдә яҡшыртыу, шулай уҡ уны дәүләт теле булараҡ ҡулланыу даирәһен киңәйтеү маҡсатын бойомға ашырыу йәһәтенән башҡа эштәр ҙә башҡарылды. Йылға йомғаҡ яһағанда еңеүселәр һәм призерҙар мәғариф идаралығының, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнәсәк.
Читайте нас: