ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Декабрь 2020, 19:05

Шыршы байрамы күңелле үтте

21-се “Золушка” балалар баҡсаһында быйыл Яңы йыл иртәлектәре музыка залында түгел, ә айырым ойошторолдо.

21-се “Золушка” балалар баҡсаһында быйыл Яңы йыл иртәлектәре музыка залында түгел, ә айырым ойошторолдо.
Өлкәндәр төркөмөндә Шыршы байрамы бик күңелле үтте. Пандемияға бәйле ауыр осорға ҡарамаҫтан, кескәйҙәр ҙә, тәрбиәселәр ҙә ентекле әҙерләнде. Унда ҡыш, ҡар, уйынсыҡтар, Тыуған ил, дуҫлыҡ тураһында шиғырҙар, йырҙар яңғыраны. Байрамға Ҡыш бабай ҙа килде. Тылсымлы һандығынан бүләктәр таратыуы кескәйҙәрҙе айырыуса шатландырҙы. Был мөғжизәле минуттар һәр баланың күңелендә ҡалғандыр, тип уйлайым.
Иртәлектәрҙе ойоштороуҙа хатта кесе тәрбиәселәр ҙә ситтә ҡалманы. Улар байрамды видеокамераларға төшөрөп, ата-әсәләрҙе ҡыуандырҙы.
Яңы йыл, барыбыҙға ла уңыштар ғына алып килһен, иҫән-һау булайыҡ. Тормош көтөлмәгән ҡыуаныстары менән һөйөндөрөп торһон.
Айһылыу СМАҠОВА.
Читайте нас: