ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Ғинуар 2021, 17:10

Милли ризыҡ - тәнгә лә, йәнгә лә шифа

Һуңғы йылдарҙа республикала халҡыбыҙҙың милли үҙенсәлектәрен һаҡлауға, үҫтереүгә, таратыуға етди иғтибар бирелеүе ҡыуаныслы. Үткән аҙна аҙағында белем биреү учреждениелары араһында ике көн дауамында “Минең милли аҙығым” флешмобы үтеүе лә шуға асыҡ дәлил. Сара сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре, кластан тыш саралар, күргәҙмәләр, презентациялар ойошторолдо. Унда уҡыусылар, ата-әсәләр, педагогтар, ашнаҡсылар әүҙем ҡатнашты.Йәш быуында бешеренеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәләрен үтәүгә ылыҡтырыу, үҙ халҡының кулирания традицияларын өйрәтеү маҡсатында уҙғарылған акция Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында айырыуса йәнлелек менән үтте. Уның сиктәрендә технология уҡытыусыһы Асия Рахманғолова 8-се класс ҡыҙҙарына ҡыҫтыбый бешереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Был милли ризыҡтың төрө, әҙерләү процесы, файҙаһы тураһында һөйләне, аҙаҡ бешереп күрһәтте. Ҡыҙҙар ҙа үҙенең оҫталығын ҙур теләк менән һынап ҡараны. Кемеһелер ҡамыр йәйҙе, икенсеһе бешерҙе, өсөнсөһө майлап, эслеген һалды, биҙәп өҫтәлгә ҡуйҙы.Бер үк ваҡытта ашханала ашнаҡсылар тырышлығы менән милли ризыҡтар күргәҙмәһе эшләне. Өҫтәл ризыҡ төрлөлөгөнән һығылып тора ине: бауырһаҡ, сәк-сәк, бәләкәй-ҙур бәлештәр, гөбәҙиә, бишбармаҡ, тултырылған тауыҡ, ҡаҙ һәм башҡа һөт, ит аҙыҡтары, буҙа, ҡымыҙ, бал, ҡаҡ. Гимназистар, әлбиттә, башҡорт халҡының традицион аҙыҡтары хаҡында яҡшы белә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, күргәҙмәне ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.

Һуңғы йылдарҙа республикала халҡыбыҙҙың милли үҙенсәлектәрен һаҡлауға, үҫтереүгә, таратыуға етди иғтибар бирелеүе ҡыуаныслы. Үткән аҙна аҙағында белем биреү учреждениелары араһында ике көн дауамында “Минең милли аҙығым” флешмобы үтеүе лә шуға асыҡ дәлил. Сара сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре, кластан тыш саралар, күргәҙмәләр, презентациялар ойошторолдо. Унда уҡыусылар, ата-әсәләр, педагогтар, ашнаҡсылар әүҙем ҡатнашты.
Йәш быуында бешеренеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәләрен үтәүгә ылыҡтырыу, үҙ халҡының кулирания традицияларын өйрәтеү маҡсатында уҙғарылған акция Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында айырыуса йәнлелек менән үтте. Уның сиктәрендә технология уҡытыусыһы Асия Рахманғолова 8-се класс ҡыҙҙарына ҡыҫтыбый бешереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Был милли ризыҡтың төрө, әҙерләү процесы, файҙаһы тураһында һөйләне, аҙаҡ бешереп күрһәтте. Ҡыҙҙар ҙа үҙенең оҫталығын ҙур теләк менән һынап ҡараны. Кемеһелер ҡамыр йәйҙе, икенсеһе бешерҙе, өсөнсөһө майлап, эслеген һалды, биҙәп өҫтәлгә ҡуйҙы.
Бер үк ваҡытта ашханала ашнаҡсылар тырышлығы менән милли ризыҡтар күргәҙмәһе эшләне. Өҫтәл ризыҡ төрлөлөгөнән һығылып тора ине: бауырһаҡ, сәк-сәк, бәләкәй-ҙур бәлештәр, гөбәҙиә, бишбармаҡ, тултырылған тауыҡ, ҡаҙ һәм башҡа һөт, ит аҙыҡтары, буҙа, ҡымыҙ, бал, ҡаҡ. Гимназистар, әлбиттә, башҡорт халҡының традицион аҙыҡтары хаҡында яҡшы белә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, күргәҙмәне ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.
-Аш-һыу әҙерләгәндә борон халҡым бөтөнләй тиерлек тәмләткес ҡулланмаған. Сит тәмләткестәр ҡушылмауы менән дә файҙалы һаналған ул. Бөгөнгө күргәҙмәләге аҙыҡ-түлекте әҙерләгәндә уның технологияһы тулыһынса үтәлде, - ти гимназия директоры Ләлә Рафиҡова.
Мәғариф идаралығы технологы Гөлназ Әмирова билдәләүенсә, Динис Бүләков исемендәге Смаҡ ауылы мәктәбендә лә был көн бик фәһемле уҙҙы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Регина Байгилдина уҡыусыларҙы халҡыбыҙҙың милли аҙыҡтары, уларҙы әҙерләү алымдары буйынса дәрес бирҙе. Сара һуңынан бергәләп баллы сәк-сәк һәм ҡоймаҡ менән сәй эстеләр. Дәрестә алған белемдәрен өйҙә әсәйҙәре менән бергә мотлаҡ ҡулланып ҡарарға вәғәҙә иттеләр.
-Шуны ла әйтеп үтеү мөһим: был сара мәктәп сиктәрендә генә ойошторолманы. Балалар ата-әсәләре менән өйҙәрендә милли ризыҡтар әҙерләп, фото-видео материалдар ҙа әҙерләп ебәрҙе. Район-ҡалала республика флешмобы дәррәү үтеүендә “Мәләүез” ҡулланыусылар йәмғиәтенең (етәксеһе И.Ғ. Фәйзуллин) һәм мәктәп туҡланыуы йүнәлешендә эшләгән эшҡыуар Светлана Бикташеваның да өлөшө баһалап бөткөһөҙ, - тине Гөлназ Рәхимйән ҡыҙы.
Читайте нас: