ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Ғинуар 2021, 13:35

25 ғинуар - Рәсәй студенттары көнө

Һәр коллективтың йөҙөк ҡашы булырҙай таланттары, ойошма, учреждение тарихында тәрән эҙ ҡалдырған кешеләре була. Мәләүез күп йүнәлешле һөнәри колледжында ла күп ундайҙар. Дүртенсе курс студенттары Арина Санина һәм Алена Денисенко - ана шундайҙарҙан.

Һәр коллективтың йөҙөк ҡашы булырҙай таланттары, ойошма, учреждение тарихында тәрән эҙ ҡалдырған кешеләре була. Мәләүез күп йүнәлешле һөнәри колледжында ла күп ундайҙар. Дүртенсе курс студенттары Арина Санина һәм Алена Денисенко - ана шундайҙарҙан.
Ҡыҙҙарҙың икеһе лә колледждың һөт һәм һөт аҙыҡтары технологияһы бүлексәһендә уҡый. Арина ҡаланың 8-се, Алена 1-се мәктәптең 9-сы класын тамамлағандан һуң уҡырға ингәндәр.
- Колледжға килеүебеҙ менән бөтөнләй икенсе мөхиткә эләктек. Быны үҙебеҙ уҡыған мәктәптәрҙе яманлау тип аңларға кәрәкмәй, әлбиттә. Киреһенсә, алған белемебеҙҙе тағы ла тәрәнәйтеү, үҫтереү мөмкинлектәренә эйә булдыҡ. Бында беҙҙән, үҫмер ҡыҙҙарҙан, ысын һөнәр эйәләре эшләргә теләгән педагогия коллективы ҡаршы алды. Һәр башланғысыбыҙҙы күтәреп алған, ярҙам иткән, төрлө яҡлап һәләтебеҙҙе асҡан, үҫтерә белгән уҡытыусылар уратты, - ти улар.
1-се курстан уҡ үҙҙҙәрен тик яҡшы яҡтан таныта ҡыҙҙар. Арина уҡыу алдынғыһы булһа, Алена ла бөтә фәндәрҙән “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә уҡый. Уҡытыусылар һәм студенттар коллективы уларҙы йәнә колледждың иң әүҙем йәмәғәтселәре булараҡ та таный. Ысынлап та, ҡыҙҙар дүрт йыл буйы һөнәри белем биреү учреждениеһының мәҙәни-ижтимағи тормошоноң уртаһында ҡайнай. Уларҙы ирекмәнлек хәрәкәтендә лә, сәхнәлә лә, төрлө олимпиадаларҙа ла, һөнәри конкурстарҙа ла, йәштәр форумында ла йыш осратырға мөмкин. Тырышлыҡтары, эҙләнеүҙәре, тынғыһыҙ эшмәкәрлектә үткән көндәре Маҡтау грамоталары, дипломдар һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Шулай, төрлө кимәлдә үткәрелгән сараларҙа һәр ваҡыт юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, колледждың еңеүҙәр тупланмаһын даими тулыландыра. Күптән түгел Арина Санина “Минең колледждың традициялары” тип аталған республика конкурсында призлы урын яулаусылар исемлегенә инә.
Уҡыу йортоноң матур йолаларына килгәндә иһә улар бик күп. Рәсәй һәм халыҡ-ара әһәмиәтендәге иҫтәлекле даталарға арналған саралар фәһемле үтә бында. Профсоюз ойошмаһы һәм шулай уҡ студенттар советы ла юғары маҡсаттар ҡуйып эшләй. Әйткәндәй, ҡыҙҙарҙың икеһе лә ошо йәмәғәт башланғысындағы берекмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы еренә еткереп башҡарыу ғына түгел, яңынан-яңы идеялар менән янып йәшәүҙәре менән педагогия һәм йәштәр араһында лайыҡлы ихтирам ҡаҙана. Әлеге ваҡытта уларҙың барыһын да колледждың күркәм юбилейына әҙерлек берләштерә.
- Дөйөм маҡсат менән йәшәгәндә генә юғары һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин, - ти ҡыҙҙар. - Ә беҙҙең уҡыу йорто кеүек дуҫ һәм берҙәм коллектив һәр ваҡыт ниәтләгәненә мотлаҡ өлгәшә.
Читайте нас: