ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Ғинуар 2021, 13:50

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада тамамланды

21-23 ғинуарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиаданың һуңғы этабы үтте. Быйыл ул онлайн-форматта “Туған тел донъяһы” порталында ойошторолдо. Олимпиада биремдәре (заданиелары) өс турҙан ғибәрәт ине. Беренсе турҙа уҡыусылар тест эшләне. 10 һорау телдән, 5-шәр һорау әҙәбиәт һәм мәҙәниәт буйынса ине. Икенсе турҙа аудиотекст тыңлап, бирелгән эштәрҙе башҡарҙылар. Өсөнсө турҙа уҡыусыларҙың телмәр үҫеше баһаланды.

Башҡорт телен туған тел булараҡ уҡығандар өсөн “түңәрәк өҫтәл” төрөндә әңгәмә ойошторолдо, ә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгәндәр диалогта ҡатнашты. Һәр уҡыусыбыҙ яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүе бигерәк тә ҡыуаныслы булды. Һөҙөмтәлә алты уҡыусыбыҙ төбәк-ара олимпиадың һуңғы этабы призерҙары, тип билдәләнде.
Улар - 3-сө гимназиянан Эльза Үмәрғәлина (уҡытыусыһы Гөлфиә Хөсәйенова), Нөгөш мәктәбенән Анастасия Иванцова (уҡытыусыһы Рәсимә Ғәббәсова), Азалия Шәйәхмәтова (уҡытыусыһы Миләүшә Яманһарина), 8-се мәктәптән Алтынай Ҡыуандыҡова (уҡытыусыһы Гөлнәзирә Рәхмәтуллина), Азалия Сөләймәнова (уҡытыусыһы Гөлшат Хисмәтуллина) һәм Восточный мәктәбенән Илүзә Рәхмәтуллина (уҡытыусыһы Гөлнара Кәримов). Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Илүзә олимпиаданың һуңғы этабында 4-се тапҡыр, Анастасия 2-се тапҡыр призер булды.
Уҡыусыларыбыҙҙы һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларыбыҙҙы юғары күрһәткестәр менән менән ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.
Вилиә ФӘХРЕТДИНОВА, мәғариф идаралығы методисы.
Читайте нас: