Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Ғинуар 2021, 14:50

Йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт 2021 йылда сығарылыш уҡыусыларының берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарыу тәртибе тураһында иғлан итте.

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт 2021 йылда сығарылыш уҡыусыларының берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарыу тәртибе тураһында иғлан итте.
Быйыл йомғаҡлау аттестацияһында үҙгәрештәр бар. Мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Эльза Хужәхмәтова билдәләүенсә, берҙәм дәүләт имтиханын юғары уҡыу йортона инергә теләүселәр генә тапшыра. Урта һөнәри белем биреү учреждениеларына йыйыныусылар урыҫ теле һәм математиканан ғына һынау тота һәм ул контроль эш төрөндә була. Бындай форманы район-ҡаланан 8 кеше һайлаған.
Миҙал алыу тәртибендә лә яңылыҡ бар. Быға тиклем аттестаттағы билдәләрҙең бөтәһе лә биш булыуы төп шарт булһа, быйыл награданы урыҫ теленән берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәһенә ҡарап бирәсәктәр. Балл 70-тән дә кәм булырға тейеш түгел. Шулай уҡ информатиканан БДИ тапшырыуҙа үҙгәреш индерелгән.
Имтихандар, быйылғы кеүек үк, коронавирусты иҫкәртеү саралары менән уҙғарыла, йәғни кабинеттарҙа социаль дистанция һаҡлана, унда 9-ар уҡыусы ғына урынлаштырыла. Ойоштороусылар битлектә һәм бирсәткәләрҙә булырға тейеш. Имтихандар график буйынса майҙа башлана һәм июндә тамамлана.
БДИ-ға әҙерлек сифатын күтәреү буйынса юл картаһы әҙерләнгән. Уның буйынса республиканың иң яҡшы уҡытыусылары һәм Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты эксперттары мартта онлайн тәртиптә консультациялар үткәрә башлаясаҡ.
Фото интернеттан.
Читайте нас: