ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Февраль 2021, 13:58

Инер алдынан сығырыңды уйла

Рөхсәт ителмәгән митингыға барған өсөн дәүләт имтихандарында түбән рейтинг һәм тырышлыҡ буйынса «берле» баһаһы алыуың йәки вуздан ҡыуылыуың бар.

Башҡортостанда студенттарҙың һәм уҡыусыларҙың өлгәшеү баһаһы үҙгәрә. Тейешле закон проекты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына ҡарауға индерелгән.
Документҡа ярашлы, мәктәп көндәлектәрендә һәм журналдарҙа йәнә «тырышлыҡ» графаһы барлыҡҡа килә, унда биш баллы шкала буйынса баһа ҡуйыла. Юғары уҡыу йортона ингәндә ул иҫәпкә алынасаҡ. Уҡыусы Енәйәт йәки Административ кодекстарҙы боҙһа, «1» баһаһы ҡуйыла, был төп дәүләт имтиханын һәм берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда уҡыусының рейтингыһын төшөрә һәм юғары белем алыу мөмкинлеген дә кәметә.
Документ проектына ярашлы,уҡыу йорттарында ҡануниәт боҙған студенттарҙы насар тәртибе өсөн уҡыуҙан ҡыуыу ҡарала. Мәҫәлән, рөхсәт ителмәгән митингыға барған өсөн дә дәүләт имтихандарында (төп дәүләт имтиханы, берҙәм дәүләт имтиханы) түбән рейтинг һәм тырышлыҡ буйынса «берле» алыуың йәки вуздан ҡыуылыуың ихтимал.
Фото- infourok.ru
Читайте нас: