ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Февраль 2021, 19:55

Маҡсаттары - күп теллелеккә, мәҙәни төрлөлөккә булышлыҡ итеү

1999 йылдың 17 ноябрендә ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһы 21 февралде Халыҡ-ара туған тел көнө тип иғлан итте. Иҫтәлекле датаның төп маҡсаты - тел һәм мәҙәни төрлөлөккә, күп теллелеккә булышлыҡ итеү.Был тәңгәлдә район-ҡала белем биреү учреждениеларының туған тел уҡытыусылары ҙур эш алып бара. Йәш быуында әсә теленә һөйөү уятыу, уны өйрәнергә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү йәһәтенән дәрестән тыш саралар ойошторалар. Үҙҙәре лә һөнәри тәжрибәләре менән уртаҡлашыу, белемен камиллаштырыу ниәте менән төрлө кимәлдәге конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Шулар араһында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсы - иң сағыуы.

1999 йылдың 17 ноябрендә ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһы 21 февралде Халыҡ-ара туған тел көнө тип иғлан итте. Иҫтәлекле датаның төп маҡсаты - тел һәм мәҙәни төрлөлөккә, күп теллелеккә булышлыҡ итеү.
Был тәңгәлдә район-ҡала белем биреү учреждениеларының туған тел уҡытыусылары ҙур эш алып бара. Йәш быуында әсә теленә һөйөү уятыу, уны өйрәнергә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү йәһәтенән дәрестән тыш саралар ойошторалар. Үҙҙәре лә һөнәри тәжрибәләре менән уртаҡлашыу, белемен камиллаштырыу ниәте менән төрлө кимәлдәге конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Шулар араһында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсы - иң сағыуы.
Күптән түгел ошо төбәк-ара конкурстың муниципаль этабы тамамланды. Унда ҡала мәктәптәренән өс педагог, атап әйткәндә, Альбина Әбйәлилова (4-се мәктәп), Фәнилә Ғәниева (1-се мәктәп) һәм Лилиә Фазләхмәтова (6-сы лицей) ҡатнашты.
Конкурс ике турҙа ойошторолдо. Тәүгеһендә уҡытыусылар Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында асыҡ дәрес бирҙе, уға анализ эшләне һәм мастер-класс күрһәтте. Уның барышында педагогтар балаларҙы уҡытҡанда һәм тәрбиәләгәндә ниндәй заманса технологиялар, алымдар ҡулланыуын дәлилләне.
Икенсе этапта “Кластан тыш эшмәкәрлек” темаһына конкурс һынауҙарын үтте. Бында дәрестән тыш сараларҙа уҡыусыларҙың һәләтен асыҡлау, үҫтереү, дәртләндереүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлектәре менән таныштырҙылар. Бынан тыш, үҙҙәренең төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашыу һөҙөмтәләре һәм методик эшкәртмәләре сағылған портфолио тәҡдим иттеләр.
Мәғариф идаралығы методисы Вилиә Фәхретдинова билдәләүенсә, һәр конкурстың үҙ талабы бар ине. Дәрес биргәндә, мәҫәлән, уҡытыусының уҡыусыларҙы белем алыуға ҡыҙыҡтыра алыуы, төрлө алымдарҙы оҫта ҡулланыуы, оригиналлеге иҫәпкә алынды. Оҫталыҡ дәресендә хеҙмәттәштәре, башҡа фән уҡытыусылары менән эшлекле бәйләнеш булдырыу һәләте, һөнәри тәжрибәһе, шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу сифатын күтәреүгә индергән шәхси өлөшө баһаланды.
Дәрестән тыш эшмәкәрлек конкурсында тәрбиә өлкәһендә методик мәсьәләләрҙе хәл итеүе, уҡыусыларҙы тәрбиә процесына ылыҡтырыуына иғтибар бүленде.
Бөтә этап һөҙөмтәһе буйынса һынауҙарҙы уңышлы үтеп, 6-сы лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Фазләхмәтова һөнәри конкурстың еңеүсеһе тип танылды. Уға тиҙҙән конкурстың төбәк-ара турында район намыҫын яҡларға тура киләсәк. Әйҙәгеҙ уға уңыштар теләйек.
Читайте нас: