ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Февраль 2021, 14:45

Изгелек орлоғон сәсә

Уҡытыусы... Күпме мәғәнә, аң, балаларға һәм бар кешеләргә булған мөхәббәт хистәре тупланған был һүҙҙә. Тормошто алға этәреүсе, донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, шәхес тәрбиәләүсе, шул уҡ ваҡытта йәш быуынды ғүмерҙең беренсе һалҡын бурандарынан, көҙҙөң әсе елдәренән һаҡлаусы һәм оло тормошҡа юл күрһәтеүсе бөйөк кеше лә ул.

Уҡытыусы... Күпме мәғәнә, аң, балаларға һәм бар кешеләргә булған мөхәббәт хистәре тупланған был һүҙҙә. Тормошто алға этәреүсе, донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, шәхес тәрбиәләүсе, шул уҡ ваҡытта йәш быуынды ғүмерҙең беренсе һалҡын бурандарынан, көҙҙөң әсе елдәренән һаҡлаусы һәм оло тормошҡа юл күрһәтеүсе бөйөк кеше лә ул.
Ишембай районы Ҡарайған ауылында тыуып үҫкән, юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылында эш башлап, хаҡлы ялға сыҡҡансы, мәктәптә физика, математика фәненән белем биргә Зилә Хәйерова тураһында булыр һүҙебеҙ.
Зилә Зинур ҡыҙы 35 йыл ғүмерен мәғариф эшенә бағышланы. Ғәҙел, талапсан, оло йөрәкле уҡытыусы ул. Һәр уҡыусының һәләтен күреп, уны асырға, үҫтерергә тырышып, алдарына бурыстар ҡуйып, маҡсатҡа ынтылырға өйрәтте. Йәш быуында үҙаллылыҡ, ижади ҡараш тәрбиәләүгә өҫтөнлөк бирҙе. Ул - һәр ваҡыт эҙләнеү, камиллашыу юлында. Балалар менән уртаҡ тел тиҙ табыу һәләте уның уҡытыусы булмышына бәйле. Бары тик ошо рухи берҙәмлек аша ғына уҡыусыларҙың ышанысын, ихтирамын яулап алыу мөмкинлеген хеҙмәт биографияһын башлаған йылдарҙа уҡ төшөнә. Оҙаҡ йылдар директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, профсоюз ойошмаһы рәйесе, участка һайлау комиссияһы ағзаһы эштәрен белем биреү эшмәкәрлеге менән бергә алып бара. Яҡшы ойоштороусы, шәп саңғысы, моңло тауышлы йырсы, ҡул эштәре оҫтаһы – быларҙың барыһы ла уның хаҡында. Үҙенә йөкмәтелгән һәр бер эшен намыҫ менән башҡарып, хеҙмәттәштәре, ата-әсәләр, ауылдаштары араһында ҙур абруй яуланы. Намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте күп тапҡырҙар Маҡтау грамоталары менән билдәләнде. Бар күңелен, илһамын биреп башҡарған хеҙмәтенең иң ҙур баһаһы, әлбиттә, уҡыусыларының уңыштары, ата-әсәләрҙең рәхмәт һүҙҙәре. Уның ихласлығы, аҡыллы кәңәштәре һәр кемде үҙенә тартып тора.
Булдыҡлы, һәр нәмәгә өлгөр хеҙмәттәшебеҙ тормош иптәше Тимерйән Мотаһар улы менән матур йорт һалып, өс балаһына лайыҡлы тәрбиә биреп, бөгөнгө көндә бәхетле өләсәй-олатай булып, ҡорған донъяларын гөл-баҡсаға күмеп, мул, етеш ғүмер итәләр.
Хөрмәтле Зилә Зинур ҡыҙы! Күркәм ғүмер байрамығыҙ менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙгә ғүмерҙең оҙонон, бәхеттең олоһон, шатлыҡтарҙың иң ҙурын юллайбыҙ. Яҡындарығыҙ менән сикһеҙ бәхетле булып, балаларығыҙҙың уңыштарына һөйөнөп, именлектә, күңел көрлөгөндә йәшәгеҙ! Рәхмәттәргә һәм рәхәттәргә төрөнөп, һөйөнөс-шатлыҡтар менән киләһе юбилейҙарығыҙҙы ла ҡаршыларға яҙһын!
Матур байрамығыҙ менән ҡотлап,
Беҙ теләйбеҙ һаулыҡ-именлек,
Айырмаһын Хоҙай аҡ бәхеттән
Һәм йәнәшә барһын түҙемлек!
Һәр бер атҡан таңдарығыҙ һеҙҙең
Ҡояш нурҙарына күмелһен,
Саф һәм һеҙҙең изге йөрәгегеҙ
Бер ҡасан да ҡайғы күрмәһен!
Ихтирам менән Үрге Юлдаш мәктәбе коллективы.
Читайте нас: