ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Март 2021, 12:40

Был көн тарихта

Бөгөн 5 март (буранай), йома, йылдың 64 – се көнө. Йыл аҙағына тиклем 301 көн ҡала. Рәжәб (رجـب) айының 21 – се көнө. Ҡояш 07 сәғәт 54 минутта ҡалҡа, теп-теүәл 19 сәғәттә байый. Көн оҙонлоғо –11 сәғәт 06 минут.Был көн тарихта.

Бөгөн 5 март (буранай), йома, йылдың 64 – се көнө. Йыл аҙағына тиклем 301 көн ҡала. Рәжәб (رجـب) айының 21 – се көнө. Ҡояш 07 сәғәт 54 минутта ҡалҡа, теп-теүәл 19 сәғәттә байый. Көн оҙонлоғо –11 сәғәт 06 минут.
Был көн тарихта.
Пётр I рекруттар йыйыу тураһында указ сығара, был Рәсәй империяһында регуляр армияның барлыҡҡа килеүенә нигеҙ һала (1705)
Екатерина II монастырь ерҙәрен һәм крепостной крәҫтиәндәрен дәүләт ҡаҙнаһына күсереү тураһында иғлан итә (1764)
Фаддей Беллинсгаузен Антарктиданы асҡандан һуң караптарын йүнәтеү өсөн Австралияға юллана. Был эштән һуң ул бөтә йәйҙе Океания диңгеҙҙәрендә үткәрә, быға тиклем билдәле булмаған 17 утрауҙы аса (1820)
Рәсәй империяһының барлыҡ сиркәүҙәрендә крепостной хоҡуҡты бөтөрөү тураһында манифест уҡыла (1861)
Англияла степлерға патент алына (1868)
Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары Советының тәүге ултырышы була (1917)
СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторола (1932)
Куйбышевта тәүге тапҡыр Дмитрий Шостаковичтың Етенсе симфонияһы башҡарыла (1942)
«Disney Channel» телеканалында «Чип һәм Дейл ярҙамға ашыға» йәнһүрәт сериалының премьераһы була (1989)
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға тәүге һайлау үтә (1995)
Бөйөк Британия ғалимдары сусҡаны клонлау буйынса беренсе уңышлы операция яһай (2000)
Сибайҙа Урал аръяғы йылылыҡ электростанцияһы (ҡеүәте — 27,3 МВт) сафҡа инә (2004)
Тыуған көндәр. Эстрада артисы Гөлсөм Хәбибуллина (1943—22.12.2016), шағир, яҙыусы, ҡурайсы, йәмәғәтсе Мәүлит Ямалетдин (1947—8.11.2020), ғалим—әҙәбиәт белгесе, «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәре Муллағолова Әнисә Муса ҡыҙы (1963), журналист, яҙыусы Латыпов Сөләймән Йәнғәли улы (1969) һ.б.
Иҫкә алайыҡ. 1953: Иосиф Виссарионович Сталин, СССР етәксеһе.
Байрамдар.
Йылға-диңгеҙ училищелары көнө
Степлерҙың тыуған көнө
Гаджеттарҙы һүндереп ҡуйыу көнө
Изге йома көнө менән! Уңға ҡараһаҡ — шатлыҡ, һулға ҡараһаҡ —ҡыуаныс һағалап торһон беҙҙе, дуҫтар!
Читайте нас: