Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Апрель 2021, 09:35

Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете - сабыр аҡылында

Гүзәл заттың абруйын күтәреү маҡсатында үткәрелгән “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” республика конкурсында мәләүездәр йыл һайын ҡатнаша. Быйыл бүләкләнеүселәр араһында ҡаланың күп профилле һөнәри белем биреү колледжы математика уҡытыусыһы Сәлимә Ҡолмөхәмәтова ла бар ине. Ул «Ҡатын-ҡыҙ - педагог» номинацяһында диплом менән бүләкләнде. Март урталарында Рәсәйҙә эшсе һөнәр оҫталарының донъя кимәлендәге "Йәш һөнәрмәндәр" (WorldSkills) хәрәкәте сиктәрендә III төбәк чемпионатында “Графика дизайны” компетенцияһы буйынса өсөнсө урын алды. Һөнәри һәм йәмәғәт эшмәкәрлеген, шул уҡ ваҡытта әсәлек бурысын намыҫлы үтәгән ошо һоҡланғыс ханым менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Гүзәл заттың абруйын күтәреү маҡсатында үткәрелгән “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” республика конкурсында мәләүездәр йыл һайын ҡатнаша. Быйыл бүләкләнеүселәр араһында ҡаланың күп профилле һөнәри белем биреү колледжы математика уҡытыусыһы Сәлимә Ҡолмөхәмәтова ла бар ине. Ул «Ҡатын-ҡыҙ - педагог» номинацяһында диплом менән бүләкләнде. Март урталарында Рәсәйҙә эшсе һөнәр оҫталарының донъя кимәлендәге "Йәш һөнәрмәндәр" (WorldSkills) хәрәкәте сиктәрендә III төбәк чемпионатында “Графика дизайны” компетенцияһы буйынса өсөнсө урын алды. Һөнәри һәм йәмәғәт эшмәкәрлеген, шул уҡ ваҡытта әсәлек бурысын намыҫлы үтәгән ошо һоҡланғыс ханым менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
- Сәлимә Рәис ҡыҙы, яңыраҡ тағы “Онлайн -дәрес” конкурсында ла ҡатнаштығыҙ. Был сараның әһәмиәте ниҙә? Ғөмүмән, конкурстарҙа ҡатнашыу нимә бирә?
- Эйе, күптән түгел республика кимәлендәге ошо сарала ла көсөмдө һынап ҡараным. Уның йомғаҡтары буйынса тәүге унау иҫәбенә индем. Был конкурс бик актуаль, сөнки пандемия ваҡытында онлайн-дәрестәр бик кәрәк икәнлеге асыҡланды. Уға күсеү ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы, сөнки был хәлгә балалар ҙа, ата-әсәйҙәр ҙә, мәктәп тә әҙер түгел ине. Конкурстарҙа ҡатнашыу үҙеңде бар яҡлап үҫтереүгә булышлыҡ итә, унда яңы кешеләр менән дуҫлашаһың, тәжрибә уртаҡлашаһың. Аралашыуҙар күңелде ҡанатландыра, тырышыбыраҡ эшләргә көс өҫтәй. Тиҙҙән йәнә уҡыусым Эльвина Зиннәтуллина менән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең һөнәри оҫталығы буйынса төбәк чемпионатында ҡатнашырға ниәтләйбеҙ.
- Был тормошта һәр кемдең үҙ тәғәйенләнеше була. Уны тапҡан осраҡта ғына кешене һәр ваҡыт уңыш оҙатып йөрөй. Ә һеҙҙең һөнәр булмышығыҙға тура киләме?
- Тура киләлер, тип уйлайым. Әсәйем ғүмер буйы ауылыбыҙҙа башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ул ваҡытта был һөнәр эйәләре ауылда иң абруйлы һаналды. Әсәйемде лә ихтирам иттеләр.Уҡымаған саҡта уҡ уның янына барып, дәресендә ултырып, педагог эшен күреп үҫтем. Бөгөнгөләй хәтеремдә: бына ул ашыҡмай ғына, һәр баланың күңелен йылытырҙай тауыш менән, яҡшыны ямандан айырырға өйрәтеп, изгелек, сабырлыҡ, итәғәтлек төшөнсәләрен аңлата. Мин дә уны ҙур ихласлыҡ менән тыңлайым да өйҙә уҡытыусы булып уйнайым. Уҡырға яратҡан атайымдың шиғыр китаптары миең ҡурсаҡтар өсөн әлифбаға әйләнеп бөтә ине.
Изге уҡытыусы һөнәрен үҙ итеүселәр минең нәҫелемдә байтаҡ. Әсәйемдең бер туған ағаһы Искәндәр Ғәйебйән улы оҙаҡ йылдар Күгәрсен районы Юлдыбай ауылында мәктәп директоры булып эшләне. Уның ике ҡыҙы, өлкән ағайымдың ҡыҙы Айгөл дә - педагог. Бөгөн айырым ғорурлыҡ менән ошо изге хеҙмәтте һайлауҙа булышлыҡ иткән әсәйемә рәхмәтлемен. Һуңғы көндәренә тиклем ул миңә әсәй генә түгел, ә ошо эшемдә кәңәшсе лә, аңлаусы ла булды.
- Уҡытыусы булмаһағыҙ, кем итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ үҙегеҙҙе?
- Уҡытыусы булмаһам, моғайын шәп врач булыр инем. Улар туғандаш һөнәрҙәр бит. Береһе - һүҙ, икенсеһе дарыу менән дауалай.
- Эшегеҙҙә иң яратҡаны нимә?
- Эшемдә иң яратҡаны - балалар. Парта артында миңә һынап та, яратып та, ҡыҙыҡһынып та ҡараған үҫмерҙәр. Улар - беҙҙең киләсәк. Педагог дәрестә тема аңлатып ҡына ҡалмай бит, ә шул балаларҙың кем булып китеүенә үҙенең тәрбиәһе менән дә нигеҙ һала. Һәр хәлдә мин үҙемдә шундай яуаплылыҡ тоям.Уҡытыусы булып эшләгәнемә, Алла бирһә, киләһе йыл 30 йыл була. Мәләүез күп профилле һөнәри белем биреү колледжында эшләүемә быйыл - 20 йыл. Яратҡан коллективым араһында эшләп йөрөүем менән бәхетлемен.
- Булмышың ниндәй - асылың шундай, тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Үҙ-үҙегеҙҙе тотошоғоҙҙан аңлатып булмаҫлыҡ затлылыҡ ипкене бөркөлә. Ниндәй йылғаның һыуын эскән ҡыҙҙар шулай йәшлек матурлығын һаҡлай ул?
- Сығышым менән Федоровка районының Һәйет ауылы ҡыҙымын. Йәмле Һуҡайлы йылғаһы буйында әхирәттәрем менән рәхәтләнеп уйнап, ауылыбыҙ эргәндә генә сылтырап аҡҡан шишмә һыуын эсеп үҫтем.
- Һүҙебеҙ һәр кем өсөн иң бәхетле һәм мөғжизәле бала саҡ иленә килеп терәлгәс, ниндәй мөхиттә үҫеүегеҙ тураһында ла һорау бирге килә.
- Йырҙарҙа йырланған һымаҡ, беҙ ғаиләлә 5 бала үҫтек, бер апайым һәм өс ағайым, мин - иң кесеһе. Шәһүрә апайым, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшләй генә өс балаһын йәтим ҡалдырып, барыбыҙҙы ла ҡара ҡайғыларға һалып, мәңгелеккә арабыҙҙан китеп барҙы. Ағайҙарым Рафаил, Рифат һәм Айҙар - өсөһө лә ауылда йәшәй. Ысын мәғәнәһендә, ер кешеләре улар. Атайым ғүмер буйы механизатор булып эшләне, гел алдынғылар рәтендә булды. Ағайҙарым бәләкәйҙән уға эйәреп, һуңынан үҙ аллы уның менән бергә эшләп, әрме сафынан ҡайтҡас ғаилә ҡороп, ауылда ҡалдылар. Колхоз-совхоздар тарҡала башлағас, фермер хужалығы асып ебәрҙеләр. Өс ағайым, өс таған кеүек, бер-береһенә терәк тә, таяныс та тормошта. Атай-әсәйебеҙгә рәхмәт, матур тәрбиә биреп, етеш тормошта наҙлап ҡына үҫтерҙеләр.
- Үҙегеҙҙәге ниндәй сифаттарҙы улдарығыҙҙа , студенттарҙа тәрбиәләргә теләйһегеҙ?
- Алдашыуҙы бер нисек тә ҡабул итә алмайым, үҙем дә алдашмайым. Миндә сабырлыҡ көслө, бәлки, артығы менәндер ҙә. Тағы ла үҙемә лә, башҡаларға ла талапсанмын, һәр нәмәгә яуаплы ҡарайым. Уҡыусыларымда ла ошо ҡылыҡтарҙы күрергә теләйем. Улдарыма килгәндә, былар барыһы ла уларға һалынғандыр, тип уйлайым.
-Яҡшы хеҙмәткәр, һөнәрмән икәнлегегеҙҙе беләбеҙ. Ә ниндәй әсәй һәм ҡатын һеҙ?
- Мин дә ер йөҙөндәге барлыҡ әсәйҙәр кеүек үҙ балаһы өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә әҙермен. Тормош иптәшем Юлай менән ике ул тәрбиәләйбеҙ. Ҙур улыбыҙ Азамат Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлап, баш ҡалала эшләп йөрөй, бәләкәсе Салауат 6-сы класта уҡый. Дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышам, кәрәк саҡта мин - уларға дуҫ та, кәңәшсе лә. Өй йылыһын һаҡлаусы затмын. Иптәшемә - тоғро ҡатын, балаларыма яғымлы әсәймен. Буш ваҡытта бәйләйем, тегәм. Һөнәрем буйынса теүәл фән уҡытыусыһы булһам да, мин - ижади кеше. Һуңғы ваҡытта үҙебеҙҙең милли биҙәүестәргә ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде. Этник биҙәүестәрҙе, төҫлө таштарҙы яратам. Тәүҙә үҙемә генә алҡа эшләп ҡарағайным, артабан әхирәттәрем минән күреп, һорай башланы, заказ биреүселәр барлыҡҡа килде. Сулпы-алҡалар, түшкә һәм сәскә биҙәүестәр эшләйем. Кесе улым ярҙам итә, ул да ярайһы ғына оҫтарып алды. “Бәйләнештә” селтәрендә “Этнобиҙәк” исемле төркөм дә асҡайныҡ, ваҡыт етмәү сәбәпле ул әлегә “ял” итә.
Был шөғөл миңә күнел тыныслығы бирһә, шул биҙәүестәрҙе тағып йөрөгән гүзәл заттарыбыҙҙы күреү һоҡланыу һәм ғорурлыҡ тойғоһо уята.
- Яңыраҡ матур юбилейығыҙҙы билдәләнегеҙ. Ниндәй уй-хистәр менән ҡаршы алдығыҙ?
-Ҡыуанып та, бер аҙ моңһоуланып та ҡаршы алдым,сөнки был тыуған көнөмдө тәүге тапҡыр әсәйһеҙ ҡаршы алдым. Эшмәкәрлегемдең тос ҡына һөҙөмтәһен күрәм, кәрәклегемде тоям – былар барыһы ла йәшәргә көс өҫтәй. Әйтеүемсә, Мәләүез күп профилле һөнәри белем биреү колледжына 2000 йылда математика уҡытыусыһы булып эш башлағайным. Һуңынан күп йылдар директор урынбаҫары, уҡытыу бүлеге мөдире дилбегәләрен тартырға тура килде. Үҙемде бәхетле тоям: балаларым тәүфиҡлы, йәшәргә өйөм, яратҡан ғаиләм, эшем бар.Туғандарым тырышып донъя көтә. Һанай китһәң, мине ырыҫлы-сәғәҙәтле иткән күренештәр, кешеләр, ваҡиғалар бик күп.
- Йөҙ матурлығы эске торошҡа бәйле икәнлеген беләбеҙ. Ә бына төҫ ташламай, матур ҡалыуығыҙҙың сере ниҙә?
- Был һорауҙы миңә йыш бирәләр, айырыуса 50 йәш тулғас, күпләп ишетәм. Ҡатын-ҡыҙҙы тыныс булып ҡала белеүе матур итәлер, тип уйлайым. Зарланмай ғына, ысынбарлыҡты нисек бар - шулай яратып ҡабул итеү ҙә кешене биҙәй. Мин тормошто, юлымда осраған кешеләрҙе яратам. Был тойғо бик көслө икәнлеген беләм.
- Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, артабанғы уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: