Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Апрель 2021, 22:15

Гимназия уҡыусыларының ата - әсәләре - сәләмәт туҡланыу өсөн

Республикала, шул иҫәптән районда балаларҙы дөрөҫ туҡландырыуға ҙур иғтибар бирелә. Мәғариф учреждениелары эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып тора тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ, сөнки ул сәләмәтлеккә генә түгел, ә белем алыуҙың сифатына ла йоғонто яһай. Уҙған аҙнала "Башҡортостандың ата - әсәләре - сәләмәт туҡланыу өсөн" акцияһы сиктәрендә мәктәптәрҙә “Сәләмәт туҡланыу аҙналығы” үтте. Уға ярашлы белем биреү ойошмаларында төрлө саралар уҙҙы. Ата - әсәләр ашханала бешерелгән ризыҡтарҙан ауыҙ итте, меню менән танышты,туҡланыуҙы ойоштороу менән ҡыҙыҡһынды. Ашнаҡсылар, уҡыусылар менән аралаштылар.Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында аҙналыҡ сиктәрендә уҡыусыларҙы йылы аш менән тәьмин итеү мәсьәләһенә ыңғай ҡараш булдырыу маҡсатында класс сәғәттәре, аш-һыу күргәҙмәһе, төрлө конкурстар ойошторолдо.

Республикала, шул иҫәптән районда балаларҙы дөрөҫ туҡландырыуға ҙур иғтибар бирелә. Мәғариф учреждениелары эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып тора тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ, сөнки ул сәләмәтлеккә генә түгел, ә белем алыуҙың сифатына ла йоғонто яһай. Уҙған аҙнала "Башҡортостандың ата - әсәләре - сәләмәт туҡланыу өсөн" акцияһы сиктәрендә мәктәптәрҙә “Сәләмәт туҡланыу аҙналығы” үтте. Уға ярашлы белем биреү ойошмаларында төрлө саралар уҙҙы. Ата - әсәләр ашханала бешерелгән ризыҡтарҙан ауыҙ итте, меню менән танышты,туҡланыуҙы ойоштороу менән ҡыҙыҡһынды. Ашнаҡсылар, уҡыусылар менән аралаштылар.
Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында аҙналыҡ сиктәрендә уҡыусыларҙы йылы аш менән тәьмин итеү мәсьәләһенә ыңғай ҡараш булдырыу маҡсатында класс сәғәттәре, аш-һыу күргәҙмәһе, төрлө конкурстар ойошторолдо. Балалар аҙыҡ-түлектең сифаты, сәләмәт туҡланыу һаулыҡҡа, физик үҫешкә, аҡыл эшмәкәрлегенә, эмоциональ торошҡа, дөйөм тормош сифатына ҙур йоғонто яһауы хаҡында күп мәғлүмәт алды. Ғөмүмән, барлыҡ саралар йәш быуында дөрөҫ туҡланыу мәҙәниәтен формалаштырыуға, сәләмәт йәшәү рәүешен тәрбиәләүгә йүнәлтелде. Мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов “асыҡ ишек”тәр көнөнә килгән ата-әсәләр менән балаларҙы ашатыу мәсьәләһе буйынса әңгәмә үткәрҙе. Сарала ҡатнашҡандарҙың барыһы ла әҙер ризыҡтарҙан ауыҙ итте һәм ашхана эшенән бик ҡәнәғәт булып ҡайтты.
Читайте нас: