Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Июль 2021, 09:08

Белем биреү учреждениеларында ремонттың ҡыҙған сағы

Район-ҡаланың белем биреү учреждениеларында йәй көнөндә лә эш туҡтамай.Әлеге ваҡытта унда ҡышҡылыҡҡа һәм яңы уҡыу йылына әҙерлек сиктәрендә ремонттың ҡыҙған сағы.

Район-ҡаланың белем биреү учреждениеларында йәй көнөндә лә эш туҡтамай.
Әлеге ваҡытта унда ҡышҡылыҡҡа һәм яңы уҡыу йылына әҙерлек сиктәрендә ремонттың ҡыҙған сағы. 7-се мәктәптә эвакуация урыны үҙгәртеп ҡорола. Ашхананы төҙөкләндереү эше лә йәйелгән. 3-сө “Хыял” балалар баҡсаһының башын яңыртып ябалар. Ауыл белем биреү учреждениеларының ҡыйыҡтары ла алмаштырыла. Был йүнәлештә Аптраҡта, Троицкиҙа, Васильевкала эш уңышлы бара. Бынан тыш Аптраҡ мәктәбендә спорт залында ремонтлана. Ҡышҡылыҡҡа әҙерлекте тамамлағандар ҙа бар. 2-се “Дельфин” балалар баҡсаһы ҡыйыҡты яңыртып, балалар майҙансығындағы веранданы төҙөкләндереп, эште теүәлләгән дә.
“Мәғариф” милли проект сиктәрендә Нөгөш, Корнеевка, Дарьино мәктәптәрендә төҙөлгән “Үҫеш нөктә”ләрендә лә эш тамамланыуға бара. Мәғариф идаралығы белгесе Евгений Арбузов билдәләүенсә, белем биреү учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләү мәсьәләһе район хакимиәте контролендә. Йылдағыса хәүефһеҙлеккә айырым иғтибар бирелә.
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: