Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Июль 2021, 14:12

Берҙәмлек һәм тырышлыҡ менән

Район-ҡаланың бөтә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында ремонт эштәре бара. Уҡыу йылы тамамланыу менән 2-се “Дельфин” балалар баҡсаһында ла ағымдағы төҙөкләндереү эше башланды. Мәғариф учреждениеһы сафҡа индерелеүенә утыҙ йыл тула. Ошо дәүерҙә ҡаланың ҙур баҡсаларынан иҫәпләнгән был белем биреү ойошмаһы бер нисә быуын балаларға тәрбиә биреп, мәктәпкә оҙатты.Быйыл 100 баланы сығарғандар, шул уҡ сама ҡыҙ һәм малайҙар килеүе көтөлә.

Район-ҡаланың бөтә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында ремонт эштәре бара. Уҡыу йылы тамамланыу менән 2-се “Дельфин” балалар баҡсаһында ла ағымдағы төҙөкләндереү эше башланды. Мәғариф учреждениеһы сафҡа индерелеүенә утыҙ йыл тула. Ошо дәүерҙә ҡаланың ҙур баҡсаларынан иҫәпләнгән был белем биреү ойошмаһы бер нисә быуын балаларға тәрбиә биреп, мәктәпкә оҙатты.
Быйыл 100 баланы сығарғандар, шул уҡ сама ҡыҙ һәм малайҙар килеүе көтөлә. Әле 60-ҡа яҡын йүнәлтмә килтерелгән. Уларҙы ҡаршы алыуға учреждение коллективы ең һыҙғанып тотонған. Дөйөм әйткәндә, ай ярым эсендә 2-се балалар баҡсаһында ҙур эш башҡарылған. Ойошма биләмәһендәге кескәйҙәрҙең көндөҙгө ял урыны, атап әйткәндә, 13 төркөмдөң майҙансығы ҡыйығы ремонтланған. Был маҡсатҡа муниципаль бюджеттан 587 мең һум аҡса тотонолған. Бынан тыш, баҡса бинаһының ҡыйығы алмаштырылған, уға райондан 100 мең һум бүленгән. Әлеге ваҡытта унда цоколь төҙөкләндерелә. Был йүнәлештәге эште атҡарып сығырға урындағы бюджеттан 590 мең һум бирелгән. Мөһим төҙөкләндереү эшмәкәрлеген “ТроЯ” яуаплығы сикләнгән йәмғиәт эшселәре үҙ өҫтөнә алған. Билдәләнгән эште планға ярашлы үҙ ваҡытында һәм сифатлы башҡара.
Белем биреү учреждениеларын ремонтлауға, яңы уҡыу йылына әҙерләүгә район етәкселеге етди ҡарай. “Был тәңгәлдә район хакимиәте, финанс идаралығы етәкселәренә рәхмәт белдергем килә. Улар беҙҙең бинаның түбәнге өлөшөн, йәғни цоколен төҙөкләндерергә кәрәк тигән үтенесебеҙҙе кире ҡаҡманы. Төҙөлөш материалдарына хаҡтар ҡапыл артҡан осорҙа ла быйылға билдәләгән бурыстар бойомға ашты. Әле ремонтҡа кәрәкле бөтә әйберҙәр алынды, йәмғиәт хеҙмәтсәндәре эшкә тотондо ла инде”, - ти балалар баҡсаһы мөдире Елена Горбунова.
Мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов белем биреү учреждениеларын ҡышҡылыҡҡа әҙерләгәндә тәү сиратта биналарҙың ҡыйығын һәм йылытыу системаһын ремонтлауға өҫтөнлөк бирә. Был хаҡта Елена Петровна ла әйтеп үтте. “Алик Ғәбделхәй улы мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы иң беренсе бинаға көҙгө-яҙғы осорҙа һыу ағып тормауына һәм ҡышын йылы булырға тейешлеген контролдә тота”, - тине ул.
Балаларға тәғәйенләнгән бөтә нәмә матур, сифатлы, уңайлы, хәүефһеҙ булырға тейеш. Төркөмдәрҙе төҙөкләндергәндә педагогтар был йүнәлешкә айырыуса ҙур иғтибар бүлә. Ремонт ваҡытында шулай уҡ ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалмаған. Улар тәрбиәселәр менән бергә биналағы, биләмәләге ҡорамалдарҙы буяуҙа, сәскәләр үҫтереүҙә ҡатнаша. “Айырыуса 2, 5, 10, 11, 14-се төркөмдәрҙең ата-әсәләренә ярҙамы өсөн рәхмәт белдергем килә. Улар үҙҙәренең балалары йөрөгән төркөм бүлмәләренә пластик тәҙрә алыуҙа һәм ҡуйыуҙа әүҙемлек күрһәтте. Шулай, район, мәғариф идаралығы етәкселеге, педагогтар, ата-әсәләр менән берҙәм һәм тырыш булғанға ла эшебеҙ яйлы бара, тип уйлайым”, - ти Елена Горбунова.
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: