Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Август 2021, 09:05

Иң мөһиме - уңайлы һәм хәүефһеҙ булырға тейеш

Район хакимиәте, мәғариф, Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралыҡтары, янғын күҙәтеүе, эске эштәр бүлектәре, ЮХХДИ вәкилдәре ингән ведомство-ара комиссия дүрт көн дауамында белем биреү учреждениеларының 2021-2022 уҡыу йылына һәм ҡышҡылыҡҡа әҙерлеген тикшерә.

Был сара– педагогия коллективы өсөн айырыуса яуаплы мәл. Шуға күрә йыл һайын йәйге каникул башланыу менән балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе ремонтлау, хәүефһеҙлек саралары менән тәьмин итеү йүнәлешендә етди эш башҡарыла. Мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов билдәләүенсә, быйыл да был тәңгәлдә ҙур бурыстар атҡарылды. Белем биреү учреждениеларын төҙөкләндереүгә 43 миллионға яҡын аҡса бүленгән. Был саралар балалар йыл дауамында уңайлы шарттарҙа уҡыһын, экология, санитария, янғын, шулай уҡ терроризм хәүефтәренән яҡланғанлығын тәьмин итеү өсөн йүнәлтелде.

Комиссия ағзалары белем биреү ойошмаларының техник торошон, шулай уҡ балаларҙың яңы коронавирус инфекцияһы шарттарында именлеген, янғын һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тикшерҙе. Кескәйҙәр һәм уҡыусылар уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттарҙа уҡырға тейеш. Тимәк, кабинеттарҙа, спорт залдарында, ашханала, йоҡо һәм уйын бүлмәләрендә тейешле микроклимат, яҡтылыҡ, температура режимы күҙәтелергә тейеш. Комиссия шуларға ла айырым иғтибарҙы йүнәлтте.

Иң мөһиме - уңайлы һәм хәүефһеҙ булырға тейеш
Иң мөһиме - уңайлы һәм хәүефһеҙ булырға тейеш
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: