Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2021, 09:55

Башланып китте уҡыуҙар...

Беҙ йәш саҡтағы белем шарттары менән хәҙерге замандағыһын сағыштырырлыҡ түгел, ер менән күк араһылай. Хәтерләйһегеҙме, мәктәп көндәлектәрен? Саҡ ҡына тәртип боҙһаң - “Поведение неуд!”, йә иһә дәрестәреңде әҙерләп килмәһәң, “атланып ҡайтырға” елле генә “2”-ле билдәһе көндәлектә аҡайып тора торғайны. Һәйбәт уҡығанда ҡупшы ғына “5” биҙәй ине.

Ни өсөн был иҫтәлектәрҙе аҡтарырға булып киттем. Аңлатам хәҙер сәбәбен. Заман уҡыусыларына электрон көндәлек булдырғандар, баҡтиһәң. Атай-әсәйҙән башҡалар унда кереп ҡара алмай, логин-пароле бар етмәһә. Әйтерһең, дәүләт кимәлендәге серҙе һаҡлайҙар.

Ейәнсәремдең баһаларын ҡарарға теләк белдергәс, класс етәксеһе ата-әсәһенән рөхсәт һорарға ҡушты. Саҡ артыма ултыра төшмәнем. Элегерәк  балаларҙы тәрбиәләүҙә олатай-өләсәйҙең статусы мөһим була торғайны. Ә был осраҡта педагатың тотҡан позицияһы албырғатты.

Өлкәндәр ейән-ейәнсәренең уҡыуы менән таныштырырға рөхсәт бирҙе лә, ти. Дистанцион уҡыуға күскән башланғыс класс уҡыусыһы янында зум-дәрес ваҡытында өлкәндәрҙән берәүһе булһа ла янында булыуы - бәхет, ул һәммәһенә лә тәтемәй. Сөнки ата-әсәләре эштә, берҙәм интернет селтәре аша уҡытыусыға ла белем биреүе еңел түгел, йә педагогтың тауышы юҡҡа сыға, йә иһә бәйләнеш өҙөлә.

Ике аҙна отпуска мәлендә ейәнем янында кәрәкле булыуым бик ваҡытлы булды. Шулай ҙа уҡытыу темаһына ҡағылышлы сетерекле һорауҙар әле һаман да башымда ҡайнай. Һеҙ ҙә шул проблемаларға ҡағылғанығыҙ бармы? Фекерҙәрегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ.

Башланып китте уҡыуҙар...
Башланып китте уҡыуҙар...
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: