Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Сентябрь 2022, 14:05

Балаларҙы нисек тиҙ уҡырға өйрәтергә?

Йәш уҡытыусыға ярҙамға

Балаларҙы нисек тиҙ уҡырға өйрәтергә?
Балаларҙы нисек тиҙ уҡырға өйрәтергә?

Баланы уҡырға өйрәтеү осоро оҙайлы, шуға күрә был процесты 5 — 7 йәштә башлау хәйерле. Иң мөһиме – бала һүҙҙәрҙең график символ – хәрефтәрҙән төҙөлөүен аңларға тейеш. Быға балалар төрлө мәлдә төшөнә. Балаларҙың ҡайһыһылыр 5 йәштә йүгерек уҡый башлай, ә кемелер 7 йәштә лә уны ҙур ҡыйынлыҡ менән үҙләштерә. Был процестың төрлө психологик сәбәптәргә бәйле булыу ихтималлығын да күҙ уңынан ебәрергә ярамай.

 

Ғәҙәттә яй уҡыу һүҙҙәрҙе яй әйтеүҙә, йыш пауза яһауҙа, хәрефләп йә ижекләп уҡыуҙа, хәрефтәрҙе һәм һүҙҙәрҙе дөрөҫ атамауҙа сағыла. Етеҙ уҡыу күнекмәләрен үҫтереү өсөн түбәндәге эш төрҙәрен файҙаланыу яҡшы һөҙөмтәгә алып, килә.

 

1. Дәрес башында уйынлы разминка ойоштороу:

 

– танау аша һулыш алып, ауыҙ аша сығарыу;

 

– һулыш алыу, тотоу, сығарыу;

 

– тын алып, уны өлөшләп сығарыу һ.б.

 

2. Самолеттар оса – у-у-у.

 

 

Машиналар елә – ж-ж-ж.

 

Һуңынан тиҙәйткес йә телтөҙәткес әйтелә.

 

3. Таблица менән эшләү ҙә артикуляцион аппаратты үҫтерә. Бер нисә эш алымын миҫалға килтерергә була:

 

а) тартынҡы өнгә һуҙынҡыны ҡушып уҡыу. Мәҫәлән, 1-се рәт – «а»-ны, 2-се рәт – «о»-но, 3-сө рәт «у»-ны ҡуша. Йә 1-се тапҡыр – әкрен (хор менән), 2-се тапҡыр – тиҙерәк, ә өсөнсө тапҡыр тиҙәйткес темпында уҡыйҙар. Балалар ижекле таблицаны уҡып, уның ниндәй принципҡа ҡоролғанын аңлай, шул сәбәптән уҡығанда кәрәкле ижекте табыуы еңелләшә. Таблицаны горизанталь дә, вертикаль дә уҡып булыуы менән уңайлы;

 

Б К З С Т Р М Н В З Р Ш Л Н Х

 

Ж Л П Ф Х Ч Ш Б Р П Т С Т К Л

 

М Н Д Г М К Т Ф Т Р М Г Н Ж З

 

В Д Ф Х Ф Г М Н Б С К Т Ф М Н

 

П Т К З М В Д Г Б Ф К З Р Ч М

 

З С Ч К Т Ф Т Щ Д М Л Х В Д М

 

Д Г Р Ш К Т Б С Т Ц Т Р С Ч Ш

 

Т Р Г Х Л Д К В Ч Т Б Л М Н З

 

М Ф Т Ч С Б Н П Ж Л Ч Ш Г Х Р

 

Б С Л Н Р Г Л Ц М Б Д Ф Ж Ц Ж

 

Н Б С М Н П Р Л К Ф Х Ц Ч Ш П

 

Ф Щ М Ж Д Ш Х Ч М К Б П Р В С

 

К П Ш Л Ц З Ч К Л Н В Д Щ Ф Т

 

Р М Н П Ш Л Ж Ц С Х Р З Б Ч В

 

Ш Ч Ж Н Б В Д З Т Г П Ч Х Б К

 

б) ҡушып уҡырға өйрәткәндә тартынҡыларҙы алфавиттағы кеүек бэ, эр, ка, эл тип әйттереү артабан проблемаға алып килә. Дөрөҫ уҡырға өйрәтеү өсөн хәреф­тәрҙе ҡыҫҡа әйттереү кәрәк. Юғиһә, ул бала тигән һүҙҙе бэалэа, атай һүҙен атэай тип уҡый башлай. Бындай осраҡ балала аңлашылмаусанлыҡ тыуҙыра, алға китеште тотҡарлай;

 

в) шулай уҡ

 

– б һәм а, ул ба була тип әйтеү;

 

– һүҙҙе хәрефләп б а л а тип уҡытыу ҙа хата.

 

4. Тәүҙә ике өндө ҡушып уҡытырға: да, ма, ла, лә, та, тә, һуңынан тик бер хәрефте генә алмаштырып, тал, бал, ҡал, һал кеүек ҡыҫҡа һүҙҙәрҙе уҡырға өйрәтергә күсеү – иң дөрөҫ, һөҙөмтәле алым.

 

5. Шулай уҡ, беренсе өндө һуҙып, мәҫәлән, м-м-мал, ҡ-ҡ-ҡа – л-л-ла, б-б-бу – р-р-ра тип уҡырға өйрәтһәң дә дө­рөҫ.

 

6. Көйләп уҡыу, йәғни уҡығанда көйҙө ритмдарға бүлеп туҡылдатыу. Шулай иткәндә, баланың иғтибары үҫә, бер ритмда уҡырға өйрәнә.

 

7. Көн һайын һәр дәрестә геүләп уҡыу. (Уҡыу дәресендә – әҙәби әҫәрҙе 2-3 минут уҡыу, математика дәресендә – эштәрҙе, мәсьәләләрҙе, рус телендә ҡағиҙә, һүҙлек һүҙҙәрен уҡыу һ.б.)

 

Баланы етеҙ һәм дөрөҫ уҡытыу өсөн түбәндәге уйын һәм күнегеүҙәрҙе ҡулланырға ла була.

 

 

«Кем күберәк?» Билдәле бер хәрефкә башланған һүҙҙәрҙе кем күберәк уйлар?

 

 

«Сылбыр». Ауыл, ҡала, йылға, ағас, үҫемлек, сәскә, төҫ һәм башҡа темаларға уйланылған һүҙҙәрҙең тәүге хәрефе алдағы һүҙҙең һуңғы хәрефенә тап килергә тейеш.

 

 

«Һыҙып ташла». Уйын өсөн теләһә ниндәй эреле-ваҡлы шрифт менән яҙыл­ған текст тәҡдим ителә. Мәҫәлән, 3 минут эсендә текстағы «а» хәрефтәрен һы­ҙып ташларға ҡушыла. Уйындың мәғә­нәһе ярыш түгел, ә иғтибарҙы үҫтереү.

 

Уйын ҡатмарлаштырыла бара: «а»-ны – ҡыҙыл, «б»-ны йәшел ҡәләм менән һыҙалар; йә «а»-ны һыҙалар, ә «б»-ны түңәрәккә алалар.

 

Китапты һыҙғыларға ярамай, был уйын өсөн иҫке балалар журналдарын файҙаланып, ҡом сәғәте ярҙамында көн һайын 3 минут уҡытыу файҙалы. Уйында хәрефтәрҙе йыш алмаштырып торорға тәҡдим ителә. Һирәк осрай торған ф, ъ, щ хәрефтәрен дә эҙләтергә кәрәк.

 

 

«Төркөмдәргә бүл». Уйын өсөн 5 – 7 төркөм карточка алдан әҙерләнә. Карточкалар буталған, уларҙы төркөмдәргә айырырға кәрәк. Төркөмдәге һүҙҙәр 1-2 хәрефкә генә айырыла. Мәҫәлән, оҙаҡ, тоҙаҡ, йоҙаҡ; ҡалаҡ, сабаҡ, табаҡ, тараҡ; һый, ҡый, тый, ҡой, той.

 

 

«Шешә эсендәге хат». Диңгеҙҙә йөҙөп йөрөгән шешә табылды. Эсенә кемдер хат яҙып һалған. Бәлки берәйһе бәләгә тарығандыр. Был хаттың авторы караптары диңгеҙгә батҡан моряк та, берәй утрауҙағы бала ла булыуы ихтимал. Шуға күрә хатты күмәкләп уҡырға тырыша­йыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡағыҙ һыуланған, хаттың ҡайһы бер өлөштәре юйылған, уны уҡыуы анһат булмаясаҡ.

 

«Хат»тағы хәрефтәр уҡыусыларҙың уҡыу күнекмәләре ниндәй кимәлдә үҫешеүенә ҡарап юйылған. Иң ябай вариант: ике һүҙгә – бер «юйылған» хәреф. Улар һүҙҙең уртаһында йә аҙағында осрай. Әгәр 2 – 4 эргәләш хәрефтәр «юйыл­һа», эш ҡатмарлаша.

 

 

«Һүрәттә нимә?» Төркөмдәргә бүленеп йәиһә парлашып «уҡытыусы (ата-әсә) – уҡыусы» уйнарға була.

 

Сюжетлы һүрәтте күмәкләп тикшерәләр. Артабан уның тураһында ғәҙәти булмаған ысул менән яҙырға ҡушыла. Мәҫәлән, беренсе бала һөйләмдәге – 1-се һүҙҙе, икенсеһе – 2-не, өсөнсөһө (парлашып уйнаған хәлдә – беренсеһе)3-сө һүҙҙе яҙа. Һәр кем үҙенә эләккән өлөштә тыныш билдәләрен ҡуя. Тыныш билдәләрен эш бөткәс тә ҡуйып сығырға була.

 

 

«Баҫма машина». Төркөмдәге һәр балаға хәреф яҙылған карточка таратыла. Яҡшы уҡыған балаларға икешәр карточка бирергә лә мөмкин. Уҡытыусы атаған һүҙҙе балалар «яҙа». Йәғни һүҙҙе ишеткәс тә кәрәкле хәреф эйәләре сиратлап ҡул саба. Мәҫәлән, Ләләгә – «а», Булатҡа – «у», Данирға – «ы», Гүзәлгә – «й», Ир­шатҡа «к» эләкте, ти. Уҡытыусы айыу һүҙен атауға, тәүҙә Ләлә, шунан Гүзәл, артабан Данир һәм Булат ҡул саба. Ә Иршат был юлы «яҙыуҙа» ҡатнашмай, ул киләһе осраҡты көтә. Балалар уйын барышында уҡытыусының ярҙамын көтөп тормай, ҡул саба. Ғәҙәттә уҡытыусы ролен яҡшы уҡыған балалар ҙа атҡара.

 

 

«Дөрөҫ, ялған». Дөрөҫ йә ялған мәғ­лүмәт яҙылған карточкалар таратыла. Мәҫәлән, «Ынйы сәскәһен күптәр ярата: улар матур, тәмле аңҡый» – дөрөҫ. «Яңы йыл байрамына ғәҙәттәгесә ҡайын ағасын биҙәнек» – ялған.

 

 

«Шаян хәреф». Шиғыр, мәҡәл йә йомаҡтар яҙылған карточкалар әҙерләнә. Уларҙың араһында ҡайһы бер хәрефтәр йә баш түбән тора, йә йығылған, йә икенсе төҫ һәм шрифт менән яҙылған. О хәрефе урынына – ҡояш,г хәрефе урынына кран һүрәте төшөрөлгән булыуы ла ихтимал. Уйын һүҙҙәрҙә ундай урындарҙы арттыра барыу ысулы менән ҡатмарлаштырыла.

 

Бөтә балалар ҙа белгес ярҙамынан тыш өйҙә дөрөҫ, хатаһыҙ һәм етеҙ уҡырға өйрәнә алмай. Уҡырға өйрәнеү өсөн балала иғтибарлылыҡ, тырышлыҡ, күҙәтеүсәнлек кеүек сифаттар етерлек кимәлдә үҫешкән булырға тейеш. Бынан тыш, баланың теләге булыуы ла – мөһим шарттарҙың береһе. Ысынлап та, мәктәпкәсә йәштәге һәм беренсе класс балаларында уҡырға өйрәнергә ынтылыш һәм теләк тыуҙырыу юлдары күп түгел. Сөнки был йәштә уларҙы ҡыҙыҡтырыр­лыҡ китаптар ҙур күләмле була. Был осраҡта нимә эшләргә һуң?

 

1. Бала менән ҡысҡырып уҡыу. Ата-әсә бер бит уҡыһа, бала бер һөйләм уҡыр­ға тейеш. Шул рәүешле, баланың уҡыу күләме аҡрынлап арттырыла бара. Тора-бара ата-әсә менән бала бер үк күләмдә уҡый башлай.

 

2. Бәләкәй күләмле ҡыҙыҡлы китаптар табыу. Ул әкиәт, шиғыр, балалар өсөн энциклопедия, төрлө көләмәстәрҙән тороуы ихтимал.

 

3. Уҡыуға мотив тыуҙырыу, йәғни төрлө уйындар ярҙамында уҡыуға теләк уятыу.

 

4. Уҡыу бала өсөн язаға әйләнергә тейеш түгел.

 

5. Уҡыу өсөн кинофильм йә мультфильм төшөрөлгән әҫәрҙе һайларға тырышырға кәрәк. Был осраҡта тәүҙә әҫәр уҡыла. Ә киноһын ҡарағанда әҫәрҙәге бөтә ҡыҙыҡлы мәлдәр ҙә кинола экранлаштырылмауына иғтибар иттерелә. Шул рәүешле, кинофильм ҡарауға ҡарағанда әҫәрҙе уҡыу күпкә ҡыҙыҡлыраҡ булыуы асыҡлана.

 

6. Үҙегеҙ ҙә уҡығыҙ. Бала ата-әсәһенең уҡыуҙан ләззәт табыуын күреп үҫергә тейеш.

 

Уҡырға өйрәтеүҙә ата-әсә тарафынан йыш ҡабатланған хаталар:

 

1. Психик баҫым. Бала көтөлгән һө­ҙөмтәгә тиҙ генә ирешә алмаһа йә уҡыу материалын үҙләштергәндә ҡыйынлыҡ кисерһә, «Насар уҡыһаң, үҫкәс урам һепереүсе булаһың инде», «Яҡшы уҡымаһаң, урамға уйнарға сыҡмайһың» кеүек янауҙар ҡулланыуҙары.

 

2. Бала тыуғас та уҡырға өйрәтә баш­лау. Практика был юлдың эффектлы булмауын иҫбатланы. Баланы традицион методика буйынса 5 – 7 йәштән уҡырға өйрәтә башлаһаң да шундай уҡ уңышҡа өлгәшергә була.

 

3. Бер төрлө уҡыу материалын ғына ҡулланыу. Мәҫәлән, һүрәтле хәрефтәр яҙылған карточкалар буйынса ғына уҡыр­ға өйрәтһәң, «Автомобиль һүҙендә беренсе өн ниндәй?» һорауына, «а» эргәһендә алма һүрәте күрергә күнеккән бала, «алма» тип яуап биреүе ихтимал.

 

4. Уҡырға өйрәтеү алдынан алфавитты ятлатыу. Уҡырға өйрәтеүҙә «хәреф» тураһында артыҡ күп һөйләшеүҙән аңлы рәүештә ҡасып, баланың бөтә иғтибарын «өнгә» йүнәлтеү хәйерлерәк. ¤н урынына хәрефтәр атамаһын яҡшыраҡ үҙ­ләштереү ниндәй проблемаға алып килеүе юғарыла әйтеп кителде.

 

5. Хәрефтәрҙе берәмләп айырым-айырым әйттереү. Был проблема ла телгә алынды. Хәрефтәрҙе берәмләп әйтеп уҡырға күнеккән бала оҙон, мәҫәлән, ун хәрефтән торған һүҙҙәрҙе уҡый башлағас, ҡыйынлыҡ кисерә.

 

Башҡортостан уҡытыусыһы

Р.Р. ҒӘНИЕВА,
Салауат районының Әлкә урта мәктәбе уҡытыусыһы

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: