Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Сентябрь 2022, 09:35

Күңел йылыһын балаларға биреүсе

Эш урынын, һөнәрен алмаштырып, тормошон ҡырҡа үҙгәртеп ебәргәндәр оҙаҡ йылдар буйы ҙур хыялдар менән янып та, уларҙы ғәмәлгә ашырырға йөрьәт итмәй, бер урында тапанғандарҙан көслө рухлы, ҡыйыу һәм тәүәккәл булыуы менән айырыла. Шундай кешеләрҙең береһе - булдыҡлы ҡатын-ҡыҙ, логопед, дефектолог, нейропсихолог, «ЛогоМаг» үҙәге етәксеһе Айгөл Мәһәҙиева.

Күңел йылыһын балаларға биреүсе
Күңел йылыһын балаларға биреүсе

Эш урынын, һөнәрен алмаштырып, тормошон ҡырҡа үҙгәртеп ебәргәндәр оҙаҡ йылдар буйы ҙур хыялдар менән янып та, уларҙы ғәмәлгә ашырырға йөрьәт итмәй, бер урында тапанғандарҙан көслө рухлы, ҡыйыу һәм тәүәккәл булыуы менән айырыла. Шундай кешеләрҙең береһе - булдыҡлы ҡатын-ҡыҙ, логопед, дефектолог, нейропсихолог, «ЛогоМаг» үҙәге етәксеһе Айгөл Мәһәҙиева.

Юрист һөнәренә эйә Айгөл Әхәт ҡыҙы байтаҡ йылдар балалар баҡсаһында эштәр менән идара итеүсе булып эшләгәндән һуң, үҙ эшен асыр өсөн бизнес өлкәһенә тәүге аҙымдарын яһай. Ул йылдарҙа төрлө ауырлыҡтарҙы һәм ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу, һайлаған йүнәлешендә үҙ урынын табыу өсөн байтаҡ тырышлыҡ һәм ныҡышмаллыҡ һалырға тура килә. 

- Кемгә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәгән саҡтар, хатта мохтаж сағымда кәңәш бирерлек тә кешенең юҡлығы... Уйлай китһәң, ысынлап та, еңелдән булманы, - тип иҫкә ала ул йылдарын бөгөн үҙ эшен уңышлы алып барған логопед.

Йәш эшҡыуар район хакимиәте етәкселегенә мөрәжәғәт итеп субсидия алыуға өлгәшә. Үҙ эшен башлап торған кешегә был бик ҙур ярҙам була.

Бөгөн үҙ кәсебен булдырырға теләге булып та, тәүәккәлләй алмағандарға ҡыйыуыраҡ булырға һәм бер ниндәй ҡаршылыҡтарға баш эймәй бары тик алға атларға кәңәш бирә. Эшҡыуарлыҡҡа тотонорға һәм уны артабан үҫтерергә ярҙам итеү өсөн ҡаралған программаларҙың булыуын да яҡшы яҡтан баһалай. 

Бөгөн Айгөл Мәһәҙиеваның үҙ клиенттарын ҡабул иткән логопед үҙәге бар. Унда ниндәйҙер хәрефтәрҙе ҡыйынлыҡ менән әйткән, һөйләшә алмаған йәки теле дөрөҫ асылмаған, шулай уҡ Даун синдромлы, аутизм менән ауырыған һәм башҡа һаулыҡ мөмкинлектәре сикле төрлө йәштәге балалар шөғөлләнә. Үҙ хеҙмәте, үҙәктә шөғөлләнгән балалар тураһында сәғәттәр буйы һөйләй ала белгес.

Беҙҙең ҡалала ғына ла был йүнәлештә эшләгән 50-гә яҡын логопед барлығын иҫәпкә алғанда, үҙ клиенттарыңды табыу, эшеңде алып барыу бөгөн дә әллә ни еңел түгелдер, тигән фекер тыуа.

- Һайлаған һөнәремә, башҡарған эшемә башкөллө сумған кешемен, һәр баланы үҙемдекеләй күреп, уға ярҙам итеү өсөн бөтә көсөмдә һалам, шуғалыр ҙа миңә мөрәжәғәт иткән кешеләр бик күп,- ти әңгәмәсем. Уға ярҙам һорап сит район һәм ҡалаларҙан да киләләр.  

 Улар менән эшләгәндә беренсе урынға хеҙмәтеңдән килем алыуҙы түгел, ә башҡарғаныңдың һөҙөмтәһен күреү, һөнәреңдең мөһимлеген аңлау кәрәк. Үҙ ваҡытың менән иҫәпләшмәй, күңелеңде һалып, кескәйҙәрҙән йөрәк йылыңды, наҙыңды йәлләмәй шөғөлләнгәндә генә ата-әсәнең хөрмәтен, сабыйҙарҙың ышанысын яуларға мөмкин икәнен яҡшы аңлай Айгөл Әхәт ҡыҙы һәм шуға ла үҙ эшенә яуаплы ҡарай.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотоһы.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: