ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Март 2023, 12:25

Баланы беренсе класҡа нисек яҙырға-Рәсәй Цифрҙар Министрлығы дәүләт хеҙмәттәре порталында яңы сервис эшләй башланы

Хәҙер ата-әсәләр балаһын мәктәпкә яҙыу өсөн алдан ғариза бирә ала. Бының өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында ғаризаны алдан тултырырға һәм уны шәхси кабинетта һаҡларға кәрәк. Ғаризаны 1 апрелгә тиклем теләһә ҡайһы ваҡытта үҙгәртеп яҙырға  мөмкин.

Электрон хеҙмәтте рәсмиләштереү өсөн ата-әсәһенең паспорты - бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ - баланың пропискаһы тураһында белешмә кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, балаларҙы мәктәпкә ҡабул итеү кампанияһының тәүге осоро 1 апрелдән 30 июнгә тиклем үтәсәк. Был осорҙа мәктәпкә теркәлгән урын буйынса йәки башҡа льготалар булған осраҡта ғаризалар бирелә. Әгәр һайланған мәктәптә ағай-эне йәки апай-һеңлеләр уҡый икән, был хаҡта мәғлүмәт бирергә кәрәк. Ҡабул итеү кампанияһының икенсе осоро 6 июлдән 5 сентябргә тиклем, был ваҡытта башҡа мәктәптәргә ғариза бирәләр. Буш урындар ҡалһа, баланы мәктәпкә теркәлгән урыны буйынса ҡабул итмәйҙәр. Был хаҡта белдереү ғаризалар ҡабул итеү тамамланғандан һуң өс көн эсендә шәхси кабинетына килә. Әгәр мәктәпкә уҡырға инеү өсөн ташламалар булһа, ғаризаға уларҙы раҫлаған документтарҙы беркетергә кәрәк. Уларҙың төп нөсхәләрен мәктәпкә килтерергә кәрәк-шәхси кабинетҡа тейешле белдереү киләсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, льготалар хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, полиция хеҙмәткәрҙәренең балаларына бирелә

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: