ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Сентябрь 2023, 11:35

Һәр бер бала - илгә таяныс

“Сулпан” 19-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Фәнизә Хәбибуллинаның кескәйҙәр менән эшләүенә - 32 йыл.

Һәр бер бала - илгә таяныс
Һәр бер бала - илгә таяныс

Тәрбиәсе - ябай һөнәр генә түгел, ул балалар күңелен аңлаусы, уға асҡыс яралтыусы белгес. Был тармаҡта ижади эҙләнгәндәр, тәрбиә һәм белем биреүҙә маҡсатлы эшләгәндәр генә оҙайлы ҡала. “Сулпан” 19-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Фәнизә Хәбибуллинаның кескәйҙәр менән эшләүенә - 32 йыл.

Хәйбулла районы Сиҙәм ҡасабаһында тыуып үҫкән Фәнизә Йәғәфәр ҡыҙы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай һәм хеҙмәт юлын  Ырымбур өлкәһендә башлай.

Республикала башҡорт теленә иғтибар артҡан йылдарҙа яҙмыш уны Мәләүез ҡалаһына алып килә. “Мәләүезхимстрой” йәмғиәтенә ҡараған балалар баҡсаһында эш башлай. Тап ошо осорҙа ата-әсәләрҙең төбәк киләсәгенә булған ышанысы башҡорт рухлы балалар тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Бөгөн шул шанлы  йылдарҙа Фәнизә Хәбибуллина төркөмөндә тәрбиәләнгән кескәйҙәрҙең күптәре республика кимәлендә танылған тел уҡытыусылары, етәкселәр булып танылған...

Мәҡәлә тулыһынса гәзиттең 38-се һанында баҫылды.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: