Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Ноябрь 2023, 20:22

Уҡытыусым, остазым...

Рəсəй Федерацияhың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Тəнзилə Хəмит ҡыҙы Үҙəнбаеваның уҡыусыhы булыуым менəн сикhеҙ ғорурланам.Тəнзилə Хəмит ҡыҙы - минең өсөн йыр-моң донъяhына иң беренсе булып ишек асыусы,профессиональ башҡарыу оҫталығыма нигеҙ hалыусы həм мине йырсы булараҡ аяҡҡа баҫтырыусы тəүге уҡытыусым.

Өфө сəнғəт училищеhында уҡыуымдың тəүге көндəренəн үк Тəнзилə Хəмит ҡыҙы минең өсөн иң тəүҙə төп таяныс həм терəк, hуңынан ғына талапсан вокал уҡытыусыhы булды. Уның уҙ эшенең оҫтаhы булыуы мине арбаны, ысын профессионал булыуы миңə академик йыр сəнғəтен оло hөйөүмен менəн үҙлəштерергə ярҙам итте.Тəнзилə Хəмит ҡыҙы həр бер уҡыусыhының тəбиғəтенəн бирелгəн həлəтен, мөмкинселектəрен күреп ,уларҙың тауыштарының үҙенсəлектəрен haҡлап, шəхес итеп үҫтерергə күп көс hала. Бигерəктə уның həр уҡыусыhына ышаныс, өмөт менəн ҡарауы, həр беребеҙҙе хөрмəт итеп, аңлап, яратып, мөғəмəлə итеуе ҙур уңыштарға килтерҙе. Ныҡышмаллыҡ, түҙемлек менəн həр эште еренə еткерергə өйрəтте. Йыр сəнғəтенə генə өйрəтеп ҡалманы мине тəүге отазым, минең характерымды, донъяға ҡарашымды ла тəрбиəлəне. Йырға, моңға hөйөү миңə йəшəү көсө бирhə, хеҙмəткə hөйөү,ныҡышмаллыҡ, тырышлыҡ уңыштарға алып килгəнен аңлатты.
Халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ, Тəнзилə Хəмит ҡыҙы беҙҙе лə милли рухта тəрбиəлəне, халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығын беҙгəлə күсерə алды. Башҡорт халыҡ йырҙарын дөрөҫ итеп, тарихын белеп, халыҡсанлығын hаҡлап башҡарыу серҙəренə төшөндөрҙө. Бөгөнгө көндə Тəнзилə Хəмит ҡыҙы башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығын килəсəк быуындарға еткереү буйынса ҙур эш алып бара.
Мин тормош юлымда ошондай талантлы остаз, уҡытыусы осрағанына, уҡытыусымдан ҙур оҫталыҡ дəрестəрен алып уңышлы ижад юлына баҫыуыма сикhеҙ рəхмəтлемен.
Хөрмəтле остазым, hеҙҙең алда баш эйəм! Һеҙгə ныҡлы hаулыҡ, күңел тыныслығы, cикheҙ бəхеттəр телəйем. Һеҙҙең həр бер уҡыусығыҙ hеҙгə шатлыҡ-ҡыуаныстар килтерhен, həр береhe менəн ғорурланырлыҡ булhын! Һеҙҙең ныҡышмалы хеҙмəтегеҙҙең емештəре булған уҡыусыларығыҙ килəсəктə hеҙҙең дауамығыҙ булып, данығыҙҙы арттырhын!

Гөлнур Мансурова.

Уҡытыусым, остазым...
Уҡытыусым, остазым...
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: