Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Февраль , 09:34

ТЕЛЕМ ТИЕП ЙӨРӘГЕМДЕ ТЕЛЕП

Туған телде өйрәнеү, уҡытыу, ғөмүмән, белеү мәсьәләһе көнүҙәк темаларҙың береһе булған һәм буласаҡ, тиеп уйлайым.

ТЕЛЕМ ТИЕП ЙӨРӘГЕМДЕ ТЕЛЕП
ТЕЛЕМ ТИЕП ЙӨРӘГЕМДЕ ТЕЛЕП

 Сөнки телде үҫтереү буйынса камиллашыуҙа сик юҡ. Матур итеп һөйләшергә, яҙырға өйрәнгәндән генә һин халҡыңдың ысын улы йәки ҡыҙы булып китмәйһең әле, минеңсә. Үҙең белһәң, уратып алған яҡындарыңа өйрәтеү, улар өйрәнһә, артабан бөтә донъяға таратыу – эш бөтмәй ҙә икән...

Әлбиттә, телде үҫтереүҙә төрлө алым бар. Мәҙәни саралар үткәреү, аралашыу, китап уҡыу һәм башҡалар. Мәктәптә уҡыусыларға тел уҡытыу – шул ысулдарҙың иң мөһимдәренең һәм шул уҡ ваҡытта яуаплыларының, еңел булмағандарының береһе. Ә ошо эштә туранан-тура ҡатнашыу иҫ киткес кинәнес тойғоһо бирә. Мин уҡытыусы... ниндәй бәхет! Тел серҙәренә төшөндөрөүсе остаз, телде һаҡлаусы, милләт киләсәген уҡыусыларың менән бергәләр төҙөүсе. Бына шуға ла эшемде яратам, ғорурланам һәм, әлбиттә, алда торған ауырлыҡтарҙан да ҡурҡмайым! Сөнки биргән һабаҡтарым уҡыусыларымда һеңә бара, ата-әсәләренең ышанысы һәм ярҙамы ла – ҙур таяныс. Әгәр ҙә ошо уҡыусыларымды тағы ла тиҫтә-ике тиҫтә йылдан осратып, улар менән йәнә дәрестәге һымаҡ кинәнеп башҡортса аралаша алһаҡ, әлеге һымаҡ Кинйә Арыҫланов, Динис Бүләков, Булат Рафиҡов һәм башҡа күренекле яҡташтары хаҡында иҫләйҙәр икән, тимәк, дөрөҫ юлдан барам. Тимәк, һайлаған һөнәрем дөрөҫ һәм бәхетем дә ысын икән!..

Мин ҡалабыҙҙың Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы гимназияһында 5-11-се кластарҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытам. Беҙҙең гимназияла 700-ҙән ашыу бала уҡый. Иң мөһиме һәм ҡыуаныслыһы: улар барыһы ла башҡорт телен дәүләт теле түгел, ә туған тел булараҡ өйрәнә!

Беҙ башҡорт теләнән өс уҡытыусы белем бирәбеҙ һәм, әйтергә кәрәк, уҡыусыларҙа башҡорт теленә һөйөү, хөрмәт уятыу дәрес биреүгә, инша яҙыуға, китап уҡыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Гимназиябыҙҙа етәкселек, коллегаларыбыҙ тарафынан тыуҙырылған шарттар, тырышлыҡ – барыһы ла балаларҙа рух тәрбиәләй. Ҡурай түңәрәге эшләп килә, унда йөрөгән уҡыусылар, ҡала мөхитендә үҫкән балалар булыуға ҡарамаҫтан, һис шикһеҙ үҙ телендә ихлас аралаша. Саралар үтеп тора, әлеге ваҡытта шиғриәт көнөнә башҡорт телендә шиғыр ятлап әҙерләнәләр. Ошо тәү ҡарашҡа күҙгә салынып та бармаған күренештәр ҙә, уйлай китһәк, телебеҙҙе, милли мөхитте үҫтереүҙә бер аҙым булып тора. Теләгем: һәр милләт тә ошолай телен ҡәҙерләһен, дуҫлыҡ нигеҙендә үҫтерһен ине!

Ғөмүмән, ҡала, республика кимәлендә лә милли мөхит булдырыуға һалынған көскә иғтибар иткем килә, бөтә сараларҙы, шарттарҙы, гранттарҙы, конкурстарҙы телгә алып тормай, ошо мәҡәлә донъя күргән “Көнгәк” гәзите йәшәп килгәнен күҙ уңында тотһаҡ та – ҙур эш башҡарыла. Иң мөһиме, был күренеште юғалтмай, уны артабан да бергә үҫтерергә тейешбеҙ! Эйе, нәҡ тейешбеҙ, шул саҡта ғына телебеҙ йәшәр.

Уҡытыусымы һин, журналистмы, кондуктор, итексе, әсә, ҡатын, яугир... Һәр кем үҙ урынында телем тиеп йөрәген телеп йәшәһен ине.

Илүзә ӘБДРӘЖӘПОВА,

Кинйә Арыҫланов исемендәге

9-сы гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: