Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Май , 11:44

Мәләүездә балаларҙың йәйге ялына әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде

4-се урта мәктәптең тамаша залында 2024 йылғы йәйге һауыҡтырыу кампанияһын ойоштороу буйынса яуаплы хеҙмәткәрҙәр менән кәңәшмә үтте. Кәңәшмәне райондың мәғариф идаралығының әйҙәүсе белгесе Жанна Ғәйетҡолова алып барҙы.

Мәләүездә балаларҙың йәйге ялына әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде
Мәләүездә балаларҙың йәйге ялына әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде

- Беҙҙең районда йәйге осорҙа балалар һәм үҫмерҙәр өсөн 49 һауыҡтырыу учреждениеһы эшләйәсәк, - тип билдәләне Жанна Николаевна. - Уларҙан 23 көндөҙгө лагерь, 18 хеҙмәт һәм ял лагеры, 3 профилле лагерь, 1 палатка һәм 4 ҡала ситендәге лагерь балаларҙы һауыҡтырыу осоронда ҡабул итәсәк. Йыл һайын мәктәп уҡыусыларының 92 проценттан ашыуын йәйге һауыҡтырыу ялы менән тәьмин итәбеҙ, быйыл да ошо күрһәткестәргә өлгәшербеҙ тип ышанам.

Льготалы (бушлай) путевкалар менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, опекаға алынғандар һәм ауыр тормош хәлендә булған, социаль яҡлау идаралығында иҫәптә торған балалар файҙалана. Балаларҙың йәйге ялы мәсьәләләре буйынса мәғариф идаралығына 3-00-11, 3-51-89 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Роспотребнадзор вәкиле Хәмдиә Илмөхәмәтова билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа кухняға санитар-эпидемиологик һығымталар алыу буйынса талаптар көсәйгән, бөтә экспертизалар Өфө аша үтә.

- Кисә ВКС режимында кәңәшмә үтте, беҙҙең район республика сиктәрендә яҡшы күренә. Балаларҙың йәйге һауыҡтырыу ялын ойошторорға әҙерләнгән учреждениеларҙың 50 проценты әҙерлек тураһында акт алған. Әммә был беҙгә тынысланырға хоҡуҡ бирмәй, эшләйәсәкбеҙ, - тине Хәмдиә Әфҡәт ҡыҙы.

Үҙенең сығышын тамамлағас, Хәмдиә Илмөхәмәтова коллегаларына күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте һәм был миҙгел уның өсөн һуңғыһы, 42 йыл профессиональ эшмәкәрлегенән һуң 2025 йылдың мартында хаҡлы ялға сығырға йыйыныуы хаҡында белдерҙе.

Янғын күҙәтеүе буйынса дәүләт инспекторы Алексей Бережной йәйге лагерҙар өсөн яуаплыларға СПЗ, АПС-ҡа ныҡлы иғтибар итергә тәҡдим итте. Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индереү хаҡында иҫкә төшөрҙө һәм быйыл инспекторҙарҙың лагерҙарҙа иҫкәртеү сараларын үткәреүгә ҙур иғтибар бирәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Мәләүез үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Зилә Өмөтбаева көндөҙгө ял үҙәктәрендә медицина тәьминәте, фельдшерҙарҙың төрлө типтағы балалар ялы һәм һауыҡтырыу учреждениеларындағы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.

Видеокамераларҙың төҙөклөгө, биләмәләрҙе көн һайын урап үтеү, ашығыс саҡырыу төймәһенең төҙөклөгөн контролдә тотоу тураһында бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек начальнигы, полиция полковнигы Ирина Васильева иҫкә төшөрҙө. Ирина Геннадьевна шулай уҡ кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы мәктәптәргә пистолет, бысаҡ, шартлатҡыс матдәләр, петарда индереү кеүек факттарға иғтибар итеүҙәрен иҫкәртте.

- Балалар һәм үҫмерҙәрҙең социаль селтәрҙәрҙә аралашыуы айырыуса иғтибар талап итә, улар бүләкләү өсөн хоҡуҡ боҙоуҙарға саҡырыусы мутлашыусыларҙың ҡорбандары булмаһын ине, - тип билдәләне Ирина Васильева.

Мәләүездә балаларҙың йәйге ялына әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде
Мәләүездә балаларҙың йәйге ялына әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде
Мәләүездә балаларҙың йәйге ялына әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде
Автор:Гулия Шагигалина
Читайте нас: