ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
18 Ноябрь 2016, 11:59

«Ауылым моңдары» тамашасы күңеленә хуш килде

Мәләүез ере таланттарға бай. Быны ауыл биләмәләре араһында үткәрелгән “Ауылым моңдары” телевизион-музыкаль фестиваль тағы бер тапҡыр иҫбатланы.

Мәләүез ере таланттарға бай. Быны ауыл биләмәләре араһында үткәрелгән “Ауылым моңдары” телевизион-музыкаль фестиваль тағы бер тапҡыр иҫбатланы.



Район Хакимиәте мәҙәниәт бүлеге етәкселегендә мәҙәни-ял үҙәге һәм “Сатурн” телерадиокомпанияһы менән берлектәге проекты мәләүездәрҙең мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиғаға әүерелде. Фестиваль барышында райондың 16 ауыл биләмәһенән үҙешмәкәрҙәр үҙҙәренең мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарын телевидение экранынан күрһәтә алды.


Сарала ҡатнашыу өсөн иң яҡшы коллективтар һәм халыҡ ижады жанрҙары буйынса (бейеү, вокал, хор, инструменталь, ғаилә, фольклор һәм башҡалар) айырым башҡарыусылар һайлап алынды.


“Фестиваль үҙешмәкәр коллективтарҙың үҫеше өсөн ҙур этәргес булды. Һәләтле үҙешмәкәрҙәр, уңыштар бар, тимәк, беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, мәләүездәрҙең ялын ойоштороу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Мәҙәниәтте үҫтереү проблемаһына район, ҡала хакимиәттәре етәкселегенең иғтибары артыуы ҡыуаныслы. Аппаратура һатып алыуға, костюмдар тектереүгә финанс ярҙам күрһәтелә”, - тине фестивалде ҡатнашҡандарҙы бүләкләү тантанаһында мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илшат Солтангәрәев.


Фестиваль йомғаҡтары буйынса 13 коллектив, 1 дуэт, 2 яңғыҙ башҡарыусы дипломға һәм иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды. Воскресенский мәҙәниәт йорто “Ивушки” вокаль ансамбле иң яҡшы тип билдәләнде.


Шулай итеп, “Сатурн” телерадиокомпанияһы фонды Мәләүез районы биләмәһендә йәшәгән күп милләтле халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләре менән тулыландырылды. Башҡорт, урыҫ, татар, украин телдәрендә йырҙар яңғыраны. Киләсәктә республика, район сараларында, конкурстарында телевизион фестиваль ҡаҙаныштары файҙаланыласаҡ. Фестивалгә яңы таланттарҙы асыҡлауҙа уңыштар, оҙайлы ижади йылдар теләйбеҙ.
Читайте нас: