ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
29 Ноябрь 2016, 16:49

Әсәй күңеле ҡояшҡа тиң

Киске ауыл. Тышта хатта әкиәттәге кеүек: өйҙәрҙә уттар балҡый, ара-тирә эт өргәне ишетелә. Һыйырҙар һауылған, мал-тыуар ҡаралған. Йәй көндәре иртә таңдан ҡара төнгәсә эшләгән ауыл халҡы өсөн әҙерәк тынысыраҡ миҙгел – ҡыш яҡынлаша.

Киске ауыл. Тышта хатта әкиәттәге кеүек: өйҙәрҙә уттар балҡый, ара-тирә эт өргәне ишетелә. Һыйырҙар һауылған, мал-тыуар ҡаралған. Йәй көндәре иртә таңдан ҡара төнгәсә эшләгән ауыл халҡы өсөн әҙерәк тынысыраҡ миҙгел – ҡыш яҡынлаша.



Һуғымдарҙы һуйып, ҡаҙ өмәләре үткәрелеп, ҡаҙылыҡтар, тултырмалар тултырылып бөткән мәл.


Чиновниктарҙың “... әле иҡтисади көрсөктөң иң киҫкен сағы”, “... билдәге ҡайышты нығыраҡ быуырға” тигән һүҙҙәренә иғтибар итмәй ауыл халҡы. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫыраған, баҡса тултырып картуф сәскән, емеш-еләк, йәшелсә үҫтергән ауыл халҡының өҫтәле һәр саҡ һый-ниғмәттән һығылып тора, әммә кеше өсөн рухи аҙыҡ та кәрәк.


Бына яңы яуған ҡарҙы ҡыштырҙатып, урыны менән юл тайғаҡ булһа ла, ауыл халҡы ауыл мәҙәниәт йортона ашыға. Йәш балаларының береһе коляскаға, икенсеһе күтәреп йәш әсәләр, таяҡҡа таянған инәйҙәр, йәш ғаиләләр ауыл уртаһында бөтә уттары балҡып ултырған мәҙәниәт усағына ашҡына. Башҡортостандың халыҡ артисы яратҡан йырсыбыҙ Ғәзим Ильясовтың концертына йыйылды халыҡ. Мәҙәниәт йорто директоры Гөлсирә Ишһарина ишек төбөндә, ҡунаҡсыл хужабикәләй, һәр тамашасыны ҡаршы ала, йылы һүҙен йәлләмәй, олоһон ололарса, йәштәрен йәштәрсә шаяртып ҡаршы ала. Концерт һәр ваҡыттағыса юғары кимәлдә үтте. Телевизор аша ғына күргән талантлы йырсы Хәлимә Ғәббәсованы күрәм тип, хатта ауылдың иң оло ағинәйе 89 йәшлек Рәхилә инәй Әмирханова килгән ине. Ул артистарға үҙенең изге теләктәрен еткерҙе. Ҡайһы бер ауылдарҙа клубтың ишеге һәр саҡ бикле тора тигәнде ишерегә мөмкин, тик был һүҙҙәр беҙҙең мәҙәниәт йортона ҡағылмай. Ноябрь баштарында Ергән, Һабаш, Үрге Юлдаш мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҙур концерт менән сығыш яһаны. Мәктәп балалары алдында Ишембай ҡалаһынан килгән цирк артистары күңелле тамаша күрһәтте. Ә ноябрь аҙағында клуб менән мәктәп берлектә “Әсәләр байрамы” үткәрҙе. Кисәнең тәүге өлөшөндә балаларын яҡшы итеп тәрбиәләгән, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан әсәйҙәргә рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар араһында бер үҙе өс малай тәрбиәләгән, мәктәп ата-әсәләр комитетының алмаштырғыһыҙ рәйесе Лариса Ишһарина, дүрт бала әсәһе Флорида Аҡмырҙина, дүрт бала әсәһе Рәсимә Туҡтамышевалар бар ине. Балаларҙың әсәйҙәренә бағышлап яҙылған иншалар, шиғырҙар эленгән стенд, уҡытыусыларҙың, әсәйҙәрҙең ҡул эштәре күргәҙмәһе тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Балалар был көндө әсәләренә ысын байрам бүләк итте: бейенеләр, йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр.


Мәҙәни сараларға бай булған ноябрь айы ла үтеп китте. Хәҙер ауыл халҡы республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышынан килгән хөрмәтле ҡунаҡтарҙы - Нефтекама филармонияһы артистарын көтә. “Донъялар ғына имен торһон - ти ололар, - иң матур заманда йәшәйбеҙ”.
Читайте нас: