Был сара Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башланғысында йыл һайын үткәрелә. Фестиваль положениеһына ярашлы, унда 55 йәштән өлкәндәр ҡатнаша. Март-апрелдә конкурстың төбәк этабы уҙҙы, республиканан 2500-гә яҡын кеше үҙенең ижади һәләтен күрһәтте. Улар араһында беҙҙең райондан “Рәйхан” (етәксеһе Ф.Яҡупова), “Туслох” (М.Данилова), башҡорт халыҡ хоры (Л.Вәлиева) һәм “Уральские самоцветы” (Е.Пелевина) үҙ көсөн һынаны.