ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
2 Ноябрь 2017, 14:55

Шиғыр бит ул, ерҙән атлап килмәй, осоп килә хыял атында

Халыҡ-ара “Мин - автор” балалар һәм йәштәр ижады фестиваленең йомғаҡлауэтабы 7-10 ноябрҙә Мәскәү ҡалаһында үтә.

Фестиваль сиктәрен киңәйҙе, хәҙер халыҡ-ара форматта уҙғарыла. Ул 10 йәштән 35 йәшкә тиклемге талантлы инвалид балалар һәм йәштәрҙең үҙҙәрен күрһәтә, таныта белеү, уларҙың рухи потенциалын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Был мәртәбәле сарала республиканың төрлө райондарынан һайлап алыу турында еңгән 6 кеше ҡатнаша. Улар әҙәби һүҙ, шиғыр һөйләү, музыкаль йәһәттән, һүрәт төшөрөү һәм башҡа номинацияла еңеүсе булып танылды.
Мәләүездән яҡташыбыҙ, бер нисә китап авторы, төрлө конкурстар еңеүсеһе Римма Шәйәхмәтованы үткер ҡәләм оҫтаһы булараҡ яҡшы беләбеҙ. Уның киң тематикалы ижады шиғыр яратыусыларға яҡшы таныш. Республика кимәлендә уҙған “Мин - автор” конкурсында хисле шиғырҙары менән ҡыҙ еңеүсе тип табылды һәм 7-10 ноябрҙә Рәсәй башҡалаһында уның йомғаҡлау турында ҡатнашыу бәхетенә эйә булды. Ҡаршылыҡтарға баш бирмәҫ, ауырлыҡтарға шиғри тел менән тапҡыр яуап ҡайтарып, ижад донъяһында ҡайнап йәшәгән үткер ҡәләм оҫтаһына уңыштар теләйбеҙ һәм еңеү менән ҡайтыуын көтәбеҙ!
Шиғыр бит ул, ерҙән атлап килмәй, осоп килә хыял атында, тигәндәй, хыялдарың тормошҡа ашһын, Римма!
Һүрәттә: Римма Шәйәхмәтова.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: