ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
15 Ноябрь 2017, 16:29

Халҡым күңеле хазина - рухиәттән асыла

М.Буранғолов китапханаһында ойошторолған ағинәйҙәр төркөмө төрлө сараларойоштороу һәм уҙғарыуға әүәҫ. Яңыраҡ улар йыйылыусыларҙы миҙгел эштәренә йомғаҡяһап, йылды юғары кәйеф менән тамамлауҙары тураһында бәйән итте.

Ағинәйҙәр халыҡ йолаларын тергеҙеү, үҫеп килгән быуынға тапшырыу йүнәлешендә әүҙем эшләй. Бөгөн һатыу түшәк-ярағы тулып ятҡанда кемдәр ҡораманан төрлө түшәк-юрған һырый? Бар икән ундайҙар. Гөлнара Игбаева был өлкәлә үҙен оҫта ҡуллы хужабикә итеп танытҡан. “Донъя ҡуласаһы” тип аталған эше тел шартлатырға мәжбүр итте йыйылыусыларҙы. Ҡулдарына күҙ эйәрмәҫ шәл бәйләүсе Гөлсимә Иҫәнғолованың шәл ситенә һалған биҙәктәре бер-береһен ҡабатламай, милли колоритҡа бай. Килен бирнәһенең төп өлөшө, ырғаҡ менән теҙелгән селтәрҙе бөгөн кемдәр бәйләй? Резеда Миңлеғолова - шундайҙарҙың береһе. Үҙ оҫталығын башҡалар менән ихлас уртаҡлашып, башлап ҡына ҡулына ырғаҡ алғандарҙы ошо һөнәр серҙәренә өйрәтте ул.
Нәйлә Әйүпова шиғри шәлкемдәре менән байрамға йәм биреүҙән тыш, ҡул эштәре өлгөләре күргәҙмәһен тәҡдим итте - зауыҡ менән бәйләнгән кофта, баш кейеме, джемперҙар бренд билдәһе менән һатылған кейемдәрҙән һис кәм түгел.
Һәр кемдең күңел донъяһы үҙенсәлекле булыуы ҡыуандырҙы беҙҙе. “Халҡым күңеле хазина-рухиәтән асыла” тип аталған китап күргәҙмәһе милли әҙәбиәтебеҙҙең байлығы, төрлөлөгө, фәйләсүф уй-фекер тәрәнлеген асты.
Оҫтабикәләр тәҡдим иткән өлгөләр ағинәйҙәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Яңыраҡ ҡалала “Оҫталыҡ дәресе” уҙғарған ҡул эштәре оҫтаһы Хәлисә Багаеваның килеүе лә беҙҙең ағинәйҙәргә матурлыҡ тыуҙырыу өсөн теләк, тырышлыҡ, дәрттән тыш, бергә йыйылып, тәжрибә уртаҡлашыу, бүлешеү кәрәклегенең дә мөһим икәнлеген күрһәтте.
Ағинәйҙәр ултырышына Рәйфә Зарипова башҡарыуында мөнәжәт мәртәбә өҫтәне. Ҡул эше өлгөләре менән уртаҡлашырға, өйрәнергә теләгәндәрҙе үҙебеҙҙең төркөмдә көтөп ҡалабыҙ. Халҡым күңеле хазина - рухиәттән асыла, ошо хаҡиҡәтте онотмаһаҡ ине.
Читайте нас: