ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
5 Декабрь 2017, 13:59

Заман тауышын тойоп

Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапхана хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә төрлө саралар ойоштора.

Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапхана хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә төрлө саралар ойоштора.
Күптән түгел унда район-ҡаланың әҙәбиәт һөйөүселәре Башҡортостандың халыҡ шағиры, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм бик күп әҙәби премиялар лауреаты Ҡәҙим Аралбаев һәм башҡорт прозаһында яҙыусы-новатор булараҡ танылған Флүр Ғәлимов менән осрашты.
Ике әҙиптең дә исеме мәләүездәргә яҡшы таныш. Ҡәҙим Әбделғәлим улы башҡорт шиғриәтенең иң алғы сафында атлаған, тыуған халҡына, тарихына, еренә мәңге ғашиҡ һәм тоғро шағирҙарҙың береһе. Флүр Миңшәриф улы - хикәйә, повестар, "Яңы башҡорт", "Аҙғын тәүбәһе" романдары, республика театрҙарында ҡуйылған бер нисә пьеса авторы.
Осрашыу дуҫтарса, йылы мөхиттә үтте. Иң тәүҙә китапханасы Рәзилә Ҡотлогилдина баш ҡала ҡунаҡтарының тормошо һәм ижадына ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Хеҙмәткәрҙәр шулай уҡ "Яңы һулыш - рухи балҡышта", "Заман тауышын тойоп" тип исемләнгән бай күргәҙмә әҙерләгәйне. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзалары Тимер Ниәтшин, Мәрйәм Күсмәева, Зөфәр Толомғужиндар билдәле шағир һәм яҙыусылар тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Артабан һөйләшеү башлыса Флүр Ғәлимовтың романдары тураһында барҙы. «Яңы башҡорт»та автор эшҡыуарлыҡ даирәһен мауыҡтырғыс итеп һүрәтләй, шулай уҡ һәм ер мәсьәләһен күтәрә. Яҙыусы әҫәрҙең идеяһы, маҡсаты тураһында һөйләне. Ә «Аҙғын тәүбәһе»ндә әҙип мәңгелек проблемаларҙы бөтөнләй көтөлмәгән яҡтан яҡтырта. Бығаса башҡорт әҙәбиәтендә булмаған магик реализм ысулы ҡулланған ул был романында.
Китап уҡырға яратыусылар авторға ижады һәм шулай уҡ тормош юлы буйынса үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Күп профилле колледж студенттары Ҡәҙим Аралбай ижадынан шиғри күстәнәс "тәмләтте". Автор үҙе лә осрашыуға килгәндәргә шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Смаҡ ауылы ағинәйҙәре, башҡорт теле уҡытыусылары башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән талантлы әҙиптәргә артабан да илһам ҡанаттарының талмауын теләне, уларҙан яңы әҫәрҙәр көтөүен әйтте. Һәүәҫкәр йырсылар Бибача Хафизова, Гөлшат Саҙрыева, Рәйфә Зарипова, Нурия Бураҡановалар йыр бүләк итте. Был сара уҡырға яратыусыларҙы Флүр Ғәлимовтың романдарын, хикәйәләрен, ә Ҡәҙим Аралбаевтың шиғриәтен яңынан уҡып сығырға этәргес бирҙе.
Һүрәттә: Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев һәм башҡорт прозаһында яҙыусы-новатор булараҡ танылған Флүр Ғәлимов менән осрашыу ваҡытында.
Автор фотоһы.
Читайте нас: